+16 °С
Облачно
VK
Шиғри күстәнәс
27 Ноября 2020, 14:30

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

ТУРҒАЙҘАРТынғыһыҙ турғайҙар таңдаТәҙрә туҡылдаталар:“Тауыҡтарыңа ем һал!” — типӘсәйҙе уяталар. Әсәй сығып таҡыр ергәТауыҡтарға ем һибә.Тирәккә ҡунып, сираттыТурғайҙар түҙем көтә. Көн сыуағында мәз булып,Йорт алдында ем сүпләп,Турғайҙар байрам ҡоралар,Ҡышҡы көнгә йәм өҫтәп. - Ишек алды тулы турғай,Ҡош-ҡорт минән биҙмәй ҙә,Ашауҙары ҡайһы ғына,Әллә, ҡыуғым килмәй ҙә, —Ти әсәйем.Ҡапҡа тулыКүгәрсендәр, турғайҙар —Ҡоштар ашханаһы асыҡ,Һис тартынып тормайҙар... Ҡәҙим АРАЛБАЙ.

Читайте нас