ШИҒРИ КҮСТӘНӘС
Әсәйем йоҡлай Әсәйем арып йоҡлай,Һеңлем шым ғына уйнай.Ә мин шығырҙамайым,Ултырам — уйнамайым. Һеңлем дә тынысланды,Уйынсыҡтарын һалды.Китабын ҡулға алып,Бер аҙға тынып ҡалды. Тынды бөтә өй эсе,Ҡәҙерле әсә төшө.Бер аҙҙан ул уяныр,Беҙҙе һөйөп ҡыуаныр.Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.