-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
20 Ноябрь 2020, 17:20

ШИҒРИӘТ МИНУТТАРЫ

Тәүге ҡар Сыҡһам тышҡа, урам ап-аҡ, Ҡар яуған бит, ҡар яуған; Сана һөйрәп китеп барам Ҡаршыбыҙҙағы тауға. Иртә, тиһә лә атайым, Килә шыуып ҡарағы, Елдереп төшөп етермен, Йәгеҙ әле, ҡарағыҙ! Менеп еттем, төшөп киттем, Эй… Төшмәнем, йығылдым, Ҡар аҫтында йомшаҡ ергә Санам батып, хур булдым. Беренсе ҡар үҙе матур, Үҙе шундай алдаҡсы, Сана шыуған малайҙарҙы Оятҡа ҡалдырмаҡсы!..

Ышанмағыҙ тәүге ҡарға,
Алдым инде мин һабаҡ,
Ҡар күреүгә сана тотоп
Сыҡмам инде мин ҡабат!

Ҡайҙан белгән атайым тип,
Уйланып ҡайттым юлда:
Ә-ә-ә, моғайын, бала саҡта
Шыуып ҡараған ул да…
Гүзәл СИТДЫҠОВА.
Читайте нас в