+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
20 Ноябрь 2020, 15:50

КЕСКӘЙ БАШҠОРТ

Йүргәктән киткән үрмәкләп,“Әннә” тип сыҡҡан теле.Атай, әсәй эргәһендәУның донъяһы, иле.

Башҡортса йырҙар йырлаһаң,
Һөйләһәң әкиәттәр,
Үҫер әле был бәләкәс
Булып халҡына йәдкәр!
Ҡулына алыр китабын,
Атланыр “Аҡбуҙат”ҡа!
Киләсәге булыр илдең
Сабый яҡланған саҡта!!!
Лариса АБДУЛЛИНА.
Читайте нас: