+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
19 Ноябрь 2020, 18:45

Шиғри күстәнәс

ХӘСТӘРЛЕ ШЫРШЫ ТУРҒАЙЫ Йүнәтә кескәй ояһынҠышта шыршы турғайы,Бына әҙер булды өй ҙә,Сығып тора бер яйы. Ошо йылы ояһындаБала сығарыр быйыл.Әсе февраль айҙарындаБала ҡарауҙа ҡыйын. Шулай ҙа ул хәстәрле бик,Уңған шыршы турғайы.Өшөтмәҫ ул ҡошсоҡтарын,Ябыр йомшаҡ юрғанын.

ҮҪТЕ МИНЕҢ ҠОЛОНСАҠ
— Һаулыҡ һорашырға өйрән, —
Тип өйрәтә өләсәй,
Оләсәһе менән Өлфәт
Үҙ-ара татыу йәшәй.
Ана күрше инәйҙәргә
Гел сәләм биреп үтә,
Ә инәйҙәр уны маҡтай,
Иғтибарға ни етә?
Таныш апайҙар ҙа уға
Һоҡланып ҡарап тора:
— Бәләкәс кенә булһа ла,
Тәртипте белә, ҡара!
Оләсәһе Өлфәт өсөн
Шатлана бит ул һәр саҡ.
Ҡыуаныр ҙа әйтеп ҡуйыр:
— Үҫте минең ҡолонсаҡ!
БӘҮЕЛСӘК ӨЙӘ ЙӘНЛЕКТӘР
Бәүелсәктә әйләнәләр
Айыу, ҡуян, эте лә,
Ирханға урын ҡалмаған,
Эргәһендә һикерә.
Бер ситтәрәк ҡарап тора
Маймылы менән аты,
Уларҙы ла өйҙөрҙө ул,
Бейеклек үрен татыр.
Тик маймылы ырғып төшөп,
Башын ауырттырмаһын,
Уның арты толпар аты
Саптырып юрттырмаһын.
Ирхан шулай бәүелсәктә
Бәүелтте йәнлектәрен,
Ә улары башын сайҡап,
Белдерҙе рәхмәттәрен.
Миңлегөл Хисамова.
Читайте нас: