+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
10 Ноябрь 2020, 11:15

ДОНЪЯ ӘҘӘБИӘТЕНӘН

Супиянат МАМАЕВА (ҡумыҡ шағиры)ҠАЙҘА БУЛҒАН ИКӘН АЙ?!.Бөгөн төн матур булған,Түп-түңәрәк Ай тулған!Әйтерһең, хозур төнгәҠарауылға ҡуйылған.Һары балдай һары Ай,Күктә ҡунаҡ гүзәл Ай.Алтын баҫҡыстан төшөп,Һыуҙа йөҙә, бейей Ай.Айҙы тоторға теләп,Әйҙә, Мағаш талпынды.“Иртән тотормон,” – тиеп,Үҙ уйына ҡыуанды.

Үҙ алдына һөйләнеп,
Үҙ уйына ҡыуанып,
Йоҡлап китте был малай.
“Тик ҡайҙа һуң көнөн Ай?”
Көндөҙ Ай ятып йоҡлай,
Белмәгән Мағаш, ай-ай...
Лариса Абдуллина тәржемәһе.
Фото: Интернеттан.
Читайте нас: