+11 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Шиғри күстәнәс
10 Ноября 2020, 09:55

АҠЛЫҠТАРЫҢ МЕНӘН КИЛ ҺИН, ҠЫШЫМ!

Лариса Абдуллина шиғыры

Иртән генә тупраҡ ҡара ине,
Ҡурғаш болот үтте кәйелеп.
Ә артынан аҡ ҡыштарға әйҙәп,
Ап-аҡ ҡарҙар яуҙы һибелеп.

Аҡлыҡтарың менән кил һин, ҡышым!
Яҡты уйға беҙҙе төрөндөр!
Һыҙланыуҙы еңер хыял булып,
Һин яҡтылыҡ булып күрендең!
Читайте нас