-12 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
29 Октябрь 2020, 19:30

КҮҢЕЛЛЕ МАТЕМАТИКА

Әлфис ҒАЯЗОВМАТЕМАТИКА ДӘРЕСЕНДӘ Яуап алты килеп сыҡты,Икегә өстө ҡушҡас.Мин үҙем дә аптыраным —Юҡ, былай дөрөҫ булмаҫ! Ә бишкә алтыны ҡушҡас,Килеп сыҡты ун ике.Күршенән күсермәнем дә —Был яуап та минеке! Өскә дүртте ҡушҡан инем,Аптыраным бөтөнләй:Инде хәҙер ни эшләйем,Һан икегә бүленмәй! Математик булып булмаҫ,Миңә яҡын рус теле!… Тик сиреккә был дәрестәнСығыр инде “икеле!” ФИЗКУЛЬТУРА ДӘРЕСЕНДӘ Уҡытыусыбыҙ бик ҡырыҫАт аша ла һикертә,Шулай бейек һикерергә,Әйтерһең, беҙ сиңерткә! Тағы турникта әйләнеп,Тороп баҫырға тейеш,Әйтерһең, беҙ ағастарҙаОсоп йөрөгән тейен! Унан беҙҙе йүгертә ул,Ярышҡас, ҡуя баһа.Беҙ шулай шәп йүгерергәҠуян түгел дә баһа! Йә булмаһа, канат буйлапБеҙ тейеш үрмәләргә.Беҙ маймыл түгел дә индеБейеккә үрелергә! Ә бер көндө барыбыҙ ҙаБеҙ йөҙөүҙә уҙыштыҡ,Һабантуйҙағы ат кеүекКемуҙарҙан ярыштыҡ!.. … Ә бөгөн уҡытыусыбыҙҮҙе ярышҡа киткән.Беҙ “Ура!” тиеп ҡысҡырҙыҡ,Әйтерһең, яфа бөткән! Һәм ул юҡта беҙ бик теләпУйнаныҡ етеҙ футбол:Быныһы беҙҙең файҙаға,Ә быныһы — “Бергә — ноль!”

ТУРА ЮЛ
Баҡсабыҙ аша уҙғанда
Инде нисә мәртәбә
Кесерткән саҡмаһын өсөн
Менәм көн дә кәртәгә.
Бигерәк таҡтаһы шыма,
Бейек шул ҡойма башы.
Еңел түгел үтеп китеү
Үрмәләп ҡойма аша.
Йөрөмәҫ инем мин унан
Яфаланып нисә йыл —
Мәктәпкә ашыҡҡан саҡта
Бары унан тура юл!
“БИШЛЕ”
Мәктәптән йүгереп ҡайтты,
Кәпәсен ҡырын һалған:
Һыймай эсенә шатлығы —
Ағайым “бишле” алған.
Өләсәйем, уға ҡарап,
Башы күккә тейгән, ти,
Һипкел ҡаплаған танауын
Нисек күккә сөйгән, ти!
Тағы уның ауыҙы, ти,
Ҡолаҡтарына еткән.
Дәрестә “Бишле” алыуҙың
Билдәһе шулай икән?
Читайте нас: