БАЛАЛАРҒА ШИҒРИ КҮСТӘНӘС
Уңыш байрамыБына ниндәй ҙур ҡауындар,Бына ниндәй ҡабаҡтар.Ана ҡыяр, помиҙурҙар,Тулып ята табаҡта. Ҡыуанабыҙ күмәкләшеп,Уңыш быйыл мул ғына.Ҙур уңыш алыуҙың сереТырыш хеҙмәт — шул ғына. Яҙҙан алып ҡаҙҙыҡ, сәстек,Һыу ташыныҡ баҡсаға.Барын үҙебеҙ үҫтерҙек,Алынмаған аҡсаға. Сөгөлдөрҙө тәгәрмәсләп,Кишерҙе оҙонсалап,Тағы йәшелсәләр турапЭшләнек төрлө салат.Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.