+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
16 Октябрь 2020, 14:10

Бәхет йыры. Лариса Абдуллина

Уйнай-уйнай, бейей -бейей, Яуа көмөш ямғырҙар. Ап-аҡ болот тамсылары Бәхет теләп тамырҙар. Наҙлап ҡына, сәстән һыйпап, Иҫә япраҡ елдәре. Бәхет теләп асылғандай, Япраҡтарҙың телдәре.

ДУҪЫМ
Телем миңә юлдаш булыр,
Бик күп ишектәр асыр.
Кәрәк икән мине яҡлап,
Ул ҡалҡан булып баҫыр.
Һәр бер һүҙе йәнгә яҡын,
Ҡәҙерле һәр бер өнө.
Уның менән атыр таңым,
Яҡтырыр һәр бер көнөм.
Телем – минең яҡын дуҫым,
Ул йөрәгемдә йәшәй!
Уны миңә бүләк итеп,
Ҙурлаған мине әсәй!
БАЛА САҠ УТРАУЫ
Бала саҡтың утрауына –

Килегеҙ беҙгә, дуҫтар!

Сәпәкәйле уйнағанда

Тоташһын йылы устар!


Беҙҙә гөлдәр сәскә ата,

Йыл буйы ҡояш көлә.
Йәйен-ҡышын, һәр бер миҙгел

Күстәнәс тейәп килә.


Беҙҙә сағыу йәнһүрәттәр,

Һөйләшә бар йәнлектәр.

Улар бала саҡ иленең

Хужалары кеүектәр.


Шишмәләр мәҡәлдәр әйтә,

Көләмәс һөйләй йылға.

Ҡара урман эстәренә

Барса әкиәт тулған.


Һиңә һуҙам ҡулдарымды,

Һин минең ҡулға тотон!

Ете диңгеҙҙә һүнмәһен

Беҙҙең дуҫлыҡтың уты!

Ете тауҙы аша сыҡһын

Тәрән дуҫлыҡтың ҡото!
Читайте нас: