+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
14 Октябрь 2020, 19:15

Әсәйемә. Айгөл Айытҡолова

Әсәйем үҫтергән мине Тыуған өйөмдә. Рәхәтләнеп һөйләшәмен Уның телендә. Илаған саҡта әсәйем Мине йыуатҡан. Күкрәгенә ҡыҫып-ҡосоп, Һөйөп йылытҡан. Айҙай нурлы, көләс йөҙлө Минең әсәйем. Уға оҡшап мин егәрле Булып үҫәйем. *** Өләсәйем иртүк тора, Самауырын ҡайната. Тәмләп-тәмләп сәй эсергә Унан беҙҙе уята. “Тор, үҫкәнем, ҡояш ҡалҡты, Етеп килә төшлөккә. Иртә торһаң яуып торор, Бәхет һеҙҙең өлөшкә” Өләс менән сәй эсеүе Үҙе бер байрам инде. Ҡасан ғына уҡыу бөтөп, Ауылға ҡайтам инде…

***
Өләсәйем ойоҡ бәйләй,
Энәһе ялт-йолт итә.
Итәгендәге йомғағы
Иҙәнгә төшөп китә.
Аҡ бесәйем күреп ҡалып,
Йүгереп барып етә.
“Һә” тигәнсе йомғаҡты
Өләсәйгә йүгертә.
***
Ас йөрөмәһендәр тиеп,
Турғайҙарға ем һалдым.
Турғайҙар йырлай башлағас,
Йырына мин таң ҡалдым.
Тамаҡтары туҡҡа микән,
Эй, ҡыуанған булалар.
Әллә шулай һикерешеп,
Рәхмәт әйтәме улар?
Читайте нас: