Башҡортостан Яҙыусылар союзы Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында бойомға ашырған бәйгелә йәмғеһе 205 эш ҡаралған, араларынан 10 яҙыусы-шағирҙың ижад емештәре еңеүсе итеп табылған.
Йомғаҡлау тантанаһында Рәсәй кимәлендәге ҡунаҡтар ҙа бар ине: Рәсәй Яҙыусылар союзының Ярославь ҡалаһы бүлеге рәйесе, шағир, тәржемәсе Мамед Халилов, Сыуаш Республикаһының Чебоксаары ҡалаһындағы "Хыпар" Нәшриәт йорто директоры-баш мөхәррире вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Дмитрий Моисеев, Татарстандағы "Ҡазан утлары" журналының баш мөхәррире Рөстәм Ғәлиуллин һүҙ тотоп, башҡорт әҙәбиәтенең Рәсәй кимәлендәге мөһим ролен, замана шарттарына ярашлы үҫешен, йәш авторҙар менән хеҙмәттәшлек итеүҙең, әҙәби әҫәрҙәр аша паториотик тәрбиәнең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Патриотик тәрбиәлә балалар әҙәбиәтенең роле ҙур. "Проза" номинацияһында еңеүселәр араһында балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре менән конкурста ҡатнашҡан балалар әҙиптәре булыуы ҡыуандыра: Гүзәл Ситдыҡова, Фәрзәнә Аҡбулатова, Рәмзәнә Абуталипованың ижад емештәре лайыҡлы баһаланды.
"Аҡбуҙат" журналы өсөн айырым ҡыуаныс — ул журналыбыҙҙың баш мөхәррире Лариса Абдуллинаның "Шиғриәт" номинацияһында 1-се урын яулауы! Ихлас ҡотлайбыҙ!
Рәсәй менән Башҡортостандың дәүләт гимндарынан башланып, "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле солисы Юлай Ҡасимовтың ҡурай моңдарына олғашҡан, Мәскәүҙәге ҡот осҡос терактта һәләк булғандар рухына бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителгән сарала илдәге һуңғы ваҡиғалар айҡанлы әҙәбиәт аша яңы быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү хаҡында күп фекерҙәр яңғыраны.
— Был еңел булмаған заманда яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә заман ауазы сағылырға тейеш, - тине үҙенең сығышында Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов та. Ошо йәһәттән, "Заман ауазы" конкурсы ысын көн ҡаҙағына һуҡҡан ауаз булып яңғыраны.