+12 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2023, 18:28

Мәктәп уҡыусылары хәрби әҙерлек үтә

“Патриот” паркының майҙанында өлкән класс уҡыусыларын үткән йылдың июненән алып әҙерләй башланылар.

Мәктәп уҡыусылары хәрби әҙерлек үтә
Мәктәп уҡыусылары хәрби әҙерлек үтә

Һигеҙ меңдән ашыу мәктәп уҡыусылары Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркында башланғыс хәрби әҙерлек үтә.

Был хаҡта ойошманың генераль директоры Александр Старшинин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың аҙна һайын уҙған кәңәшмәһендә белдерҙе.

Патриот” паркының майҙанында өлкән класс уҡыусыларын үткән йылдың июненән алып әҙерләй башланылар. Бының өсөн элекке хәрби часть биләмәһендә казарманы төҙөкләндерҙеләр, унда 200 кеше йәшәрлек “Авангард” уҡыу үҙәген булдырҙылар, саф плацы, спорт майҙансыҡтары, парашют-десант вышкаһы төҙөнөләр, хәрби техникаһы музейы үҙ эшен башланы.

Быларҙан тыш, “Патриот” паркында “Геройҙар уҙышы” хәрби-спорт уйын өсөн Рәсәйҙәге иң ҙур майҙан төҙөлгән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай патриотик үҙәктәрҙең тағы ла республика буйлап филиалдары булдырыла тип хәбәр итте. Беренсеһе Баймаҡ районындағы Күлтабан ауылында булһа, икенсеһе Ҡыйғы районындағы “Маяк” балалар лагерендә урынлашасаҡ, ә өсөнсөһө Стәрлебаштағы “Орленок” һауыҡтырыу лагерендә үҙ эшен башлаясаҡ.


Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: