-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Сентябрь 2021, 17:14

Балаларҙы башҡорт мәҙәниәте, тарихы менән таныштыралар

Түбәнге Каманың Халыҡтар дуҫлығы йортонда "Урал" милли-мәҙәни автономияһы бүлмәһе башҡорт мәҙәниәте, тарихы, теле, халҡы менән кескәй башҡорттарҙы ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәренең йәш быуынын да яҡындан таныштыра икән.

Балаларҙы башҡорт мәҙәниәте, тарихы менән таныштыралар
Балаларҙы башҡорт мәҙәниәте, тарихы менән таныштыралар

"Аҡбуҙат" Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың, бигерәк тә бәләкәй башҡорттарҙың тормошо менән танышыуын дауам итә.

Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһында башҡорттар яҡынса 13% тәшкил итә. 55 йәше тулған был ҡалаға нигеҙ һалыуҙа милләттәштәребеҙҙең дә өлөшө бар, улар әлеге көндә лә бында көн күрә.

Башҡорттар милли-мәҙәни автономия булып 1999 йылда ойоша, бөгөн был ойошма Халыҡтар дуҫлығы йортонда урынлашҡан.

"Урал" милли-мәҙәни автономия етәксеһе, Татарстан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе урынбаҫары Ғәли Хәсәнов ихлас ҡаршы алып, урындағы милләттәштәребеҙҙең тормошо, автономия тарихы менән таныштырҙы, шулай уҡ ойошманың яңы быуынды тәрбиәләүҙәге роле хаҡында ла әйтеп үтте.

Түбәнге Каманың Халыҡтар дуҫлығы йортонда "Урал" милли-мәҙәни автономияһы бүлмәһе башҡорт мәҙәниәте, тарихы, теле, халҡы менән кескәй башҡорттарҙы ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәренең йәш быуынын да яҡындан таныштыра икән.

Бында мәктәп уҡыусылары экскурсияға килә, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән һеҙ фото-видеола күргән әйберҙәрҙе ҡарай, белем туплай.

Улай ғына түгел, бында башҡорт матбуғаты менән дә таныштыралар - өҫтәлдә "Аҡбуҙат", "Аманат" журналдарын күрҙек.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: