+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2021, 08:34

Яр Саллыла быйыл башҡорт теле уҡытыла башланы

Яңы уҡыу йылын Татарстан республикаһының Яр Саллы ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙ һөйөнөслө ваҡиға менән ҡаршы алды - 11-се мәктәптең дәрестәр теҙмәһенә аҙнаһына ике тапҡыр башҡорт теле инә.

Яр Саллыла быйыл башҡорт теле уҡытыла башланы
Яр Саллыла быйыл башҡорт теле уҡытыла башланы

Күрше республиканың Яр Саллы ҡалаһында башҡорттар етерлек, тимәк балаларға белем усаҡтарында башҡорт телен уҡытыу һәр саҡ көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала килә.

Быйылғы яңы уҡыу йылы урындағы милләттәштәребеҙ өсөн һөйөнөслө - 11-се ҡала мәктәбе базаһында аҙнаһына ике тапҡыр башҡорт теле уҡытыла башлай.

Уҡытыусы Айгөл Балағотдинова һөйләүенсә, әле биш бала туған телен өйрәнә, киләсәктә уларҙың һандарын арттырыу иҫәптәре. 

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы уҡыу әсбаптары менән тәьмин иткән, һәм ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер. 

Балалар телде өйрәнеп кенә ҡалмай, туған мәҙәниәтенән, тарихынан да ситләшмәй - Айгөл Илдар ҡыҙы уларға төрлө саралар ойоштора. Кескәй башҡорттар "Шоңҡар" Яр Саллы башҡорттары ойошмаһы үткәргән сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: