Уйлан, әсә, уйлан, ата, уйлан, бала,-
Күңелдәрҙән әҙәп, иман юйылғанда,
Холоҡһоҙлоҡ шайтан һымаҡ шашынғанда,
Кеше бөгөн шул хәлендә ҡайҙа бара?
Уйлан, әсә, уйлан, ата, уйлан, бала,-
Изге тарих, ыҙан-йола онотола,
Атай-олатай һөйәктәре, төйәктәре
Таралғанда йөрәктәргә нәфрәт тула...
Уйлан, әсә, уйлан, ата, уйлан, бала,-
Туған телең - осҡор уҡтай, татлы балдай,
Яҙмышҡайы киләсәктә кем ҡулына
Тороп ҡала - бөгөн ҡаты уйға һала...
Уйлан, бала!..
-3 °С
Ҡар