-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2021, 14:55

“ОСТАЗЫҢ КЕМ?” – ТИГӘН БОРОНҒОЛАР!

Илеш районында уҡытыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең август кәңәшмәһе уҙҙы. Сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары итеп Урал Килсенбаев, Рәсәй дәүләт думаһы депутаты Рифат Шәйхетдинов, Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, мәғариф өлкәһенә һәм белем биреүҙең сифатына баһа биреү буйынса контроль-тикшереү эшмәкәрлеге идаралығының баш белгесе Рифат  Дияров, Баймаҡ районының мәғариф бүлеге методисы Люциә Сөләймәнова, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, “Ҡызыл таң” гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ҡатнашты.

“ОСТАЗЫҢ КЕМ?” – ТИГӘН БОРОНҒОЛАР!
“ОСТАЗЫҢ КЕМ?” – ТИГӘН БОРОНҒОЛАР!

Урал Таһир улы үҙ сығышында балаларҙың Интернетҡа бәйле булыуына иғтибар итергә, шул уҡ ваҡытта икһеҙ-сикһеҙ селтәрҙе телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы таратыуҙа, уҡыусыларҙы илебеҙҙең патриоттары итеп үҫтереүҙә файҙалынырға саҡырҙы: "Дәүләтебеҙҙең лайыҡлы граждандарын тәрбиәлүгә иғтибар итәйек!" Ул төбәк уҡытыусыларын Яңы уҡыу йылы менән тәбрикләп, Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Рифат Ғабдулхаҡ улы сығышын әүҙем сәйәси позициялы булыуға бағышланы. Илдар Иршат улының сығышы төбәктәге мәғариф системаһындағы үҙгәрештәргә, яңылыҡтарға арналды.  Рифат Ғәли улының сығышы белем биреүҙең сифатын арттырыу тураһында барҙы. Люциә Сөләймәнова Илеш районы хакимиәтенә сараға саҡырыуҙары өсөн рәхмәт әйтте һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Вәдүт Ғәйфулла улы үҙ сығышында төбәктең баҫма менән бәйләнештә эшләгән уҡытыусыларын тәбрикләне һәм киләсәктә лә бәйләнеште өҙмәүҙәрен теләне. Фаил Камил улы шулай уҡ баҫма уҡыусыларын ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы һәм әүҙем хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы.

Уҡытыусыларҙы ла, тәрбиәселәрҙе лә беҙ, Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәрҙәре, үҙебеҙҙең колллегаларыбыҙ, тип иҫәпләйбеҙ, сөнки беҙ Башҡортостандың, Рәсәйҙең йәш быуынын илебеҙ, төбәгебеҙ тарихы, шәхестәре миҫалында тәрбиәләйбеҙ. Ошо эштә бер-беребеҙгә ярҙам итеү бик кәрәк.

Борон ҡайҙа барһа ла кешенән: “Остазың кем?” – тип һорағандар. Был юҡҡа түгел, сөнки уҡытыусының, остаздың абруйы ҙур булған. Уҡытыусы – ул балаға тормошта юл күрһәтеүсе. Остаз аша быуындар бәйләнеше булдырыла, тарих беҙҙең менән заманыбыҙға аяҡ баҫа, ышаныслы киләсәк төҙөлә. Шуға күрә бөгөн ата-әсәләргә лә, мәғариф тармағының әүҙем вәкиле булараҡ, балаларыбыҙҙың күңел бөтөнлөгөн һаҡлау, Интернеттың ҡара йоғонтаһынан ҡурсалау өсөн, уҡытыусының абруйын һаҡлау мөһим. Беҙ уҡытыусының уң ҡулы булырға тейешбеҙ!

Лариса Абдуллина.

Автор:Лариса Абдуллина
Читайте нас: