-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Август 2021, 08:10

МАҠСАТ – ДӘҮЛӘТТЕҢ ЛАЙЫҠЛЫ ГРАЖДАНДАРЫН ТӘРБИӘЛӘҮ

Дәүләкән районында төбәк уҡытыусыларының, тәрбиәселәренең август кәңәшмәһе үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов, мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Альберт  Яримов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, “Аҡбуҙат” журналының баш  мөхәррире Лариса Абдуллина,  райондың уҡытыусылары, тәрбиәселәре ҡатнашты.

МАҠСАТ – ДӘҮЛӘТТЕҢ ЛАЙЫҠЛЫ ГРАЖДАНДАРЫН ТӘРБИӘЛӘҮ
МАҠСАТ – ДӘҮЛӘТТЕҢ ЛАЙЫҠЛЫ ГРАЖДАНДАРЫН ТӘРБИӘЛӘҮ

 

Сарала ҡатнашыусыларҙы райондың мәғариф учреждениеһы вәкилдәре мәҙәниәт йорто алдында ойошторолған күргәҙмә менән ҡаршы алды. Унда мәктәп баҡсларында үҫтерелгән емеш-еләктәр, урман-ҡырҙа килтерелгән үләндәрҙән композициялар тәҡдим ителде.

Кәңәшмәне мәктәп уҡыусыларының башҡор һәм рус телдәрендәге сығыштары асып ебәрҙе. Республикала ике дәүләт теле, шуға күрә бындай сығыштар төбәктә туған телдәргә, дәүләт телдәренә мөнәсәбәт хаҡында һөйләй.

Район хакимиәте башлығы Илгиз Фәнил улы уҡытыусыларҙы яңы уҡыу йылы менә тәбрикләне һәм райондың уңыштары хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ төбәктәге мәғариф учреждениеларында ремонт эштәре уңышлы атҡарылыуын да хәбәр итте.

Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Альберт  Яримов үҙ сығышында республиклағы дөйөм ҡаҙаныштар һәм Дәүләкән районының уңыштары тураһында әйтеп үтте.

Уҡытыусының статусы хаҡында ла фекер йөрөтөргә кәрәк беҙгә. Әгәр дәүләттең лайыҡлы граждандарын тәрбиәләйбеҙ тибеҙ икән, тимәк, иң тәүҙә әҙәп һәм тәртип хаҡында һүҙ алып барырға тейешбеҙ.  “Урал батыр” эпосынындағы төп фекер – “яҡшылыҡ булын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!” һис ҡасан иҫкермәҫ! Бөгөн ата-әсәләр мәғариф өлкәһендәге хәл-торошта әүҙем ҡатнаша, әммә улар уҡытыусыға белем биреү эшендә ярҙамсы булырға тейешлеген онотоп та ебәргән осраҡтар юҡ түгел. Ата-әсә – уҡытыусының уң ҡулы. Баланы дөрөҫ тәрбиәләү, уға тейешле белем биреү өсөн ике яҡтың ыңғай йоғонтоһо кәрәк.

Дәүләтселектең лайыҡлы граждандары  – ул иле тарихын белгән, мәҙәни кимәлле, белемле, иманлы балалар.
Лариса Абдуллина.

Автор:Лариса Абдуллина
Читайте нас: