-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Август 2021, 22:20

УҠЫТЫУСЫ БЕЛЕМ БИРЕҮСЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ, УЛ БАЛАНЫҢ РУХИ ДОНЪЯҺЫН ҮҪТЕРЕҮСЕ ЛӘ!

Бөгөн Благовещен ҡалаһының 3-се мәктәбендә төбәк уҡытыусыларының, тәрбиәселәренең август кәңәшмәһе үтте. Унда ҡала хакимиәте башлығы Олег Голов, транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Айрат Сабиров, мәғариф һәм фән министрлығының бүлек начальнигы Татьяна Ғәҙелшина, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының мәктәпкә тиклемге педагогика һәм психология кафедраһы мөдире Ирина Боронилова, Өфө дәүләт нефть-техник университетының архитектура һәм төҙөлөш институты директоры урынбаҫары Ринат Шәйәхмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы  башҡарма комитеты ағазаһы, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ҡатнашты.

УҠЫТЫУСЫ БЕЛЕМ БИРЕҮСЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ,  УЛ БАЛАНЫҢ РУХИ ДОНЪЯҺЫН ҮҪТЕРЕҮСЕ ЛӘ!
УҠЫТЫУСЫ БЕЛЕМ БИРЕҮСЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ, УЛ БАЛАНЫҢ РУХИ ДОНЪЯҺЫН ҮҪТЕРЕҮСЕ ЛӘ!

Олег Евгеньевич, үҙ сиратында, өлкәнең алдынғы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне. Ул шулай уҡ: “Быйыл уҡытыусылар яңы уҡыу йылына яҡшы кәйеф менән аяҡ баҫа, сөнки балалар менән күҙгә-күҙ ҡарашып эшләйәсәктәр!” – тине. Татьяна Ғәҙелшина шулай уҡ уңышлы эшләгәндәрҙе министрлыҡ исеменән тәбрикләне һәм киләсәктә лә төбәк менән хеҙмәттәшлек дауам итәсәк, тип белдерҙе.

Айрат Марат улы – үҙе  ошо ҡалала уҡыған, шуға күрә төбәктең йәшәйеше, мәғариф системаһындағы хәлдәре тураһында ул яҡшы хәбәрҙар. Ул уҡытыусыларға яңы уҡыу йылында уңыштар һәм сәләмәтлек теләне.

Ирина Геннадьевна белем биреү өлкәһендә юғары уҡыу йорто менән мәктәптең бәйләнеше, киләсәккә пландар менән таныштырҙы. “Маҡсатлы белем биреү хаҡында уйларға тейешбеҙ,” – тине ул.

   Уҡытыусы иңендә бөгөн бик күп бурыстар ята. Мәғариф системаһындағы һуңғы йылдарҙағы үҙгәрештәр, яңылыҡтар һәр көн һайын, һәр сәғәт һайын әүҙем рәүештә яңы алымдар менән белем биреү юлдарын өйрәнеүҙе талап итә. Уҡытыусының хатта өйрәнергә лә ваҡыты юҡ, ул эш барышында яңы методика менән таныша. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, уҡытыусы үҙенең белем биреүсе генә түгел, ә баланың рухи донъяһын үҫтереүсе, ҡурсалаусы, уға ҡанат ҡуйыусы, һәләттәрен күрә белеүсе икәнен дә оноторға тейеш түгел.

 Ата-әсәләр бөгөн белем биреү процесында әүҙем ҡатнаша. Уларҙың уҡытыусы эшенә, уның энә менән ҡойо ҡаҙыған хеҙмәтенә ихтирам менән ҡарауы мөһим. Бөгөнгө балаларҙа уҡытыусыға ҡарата беҙҙең быуындағы мөнәсәбәт һаҡланған, тип әйтеп булмай. Балала һәр кешегә, бигерәк тә өлкәндәргә ихтирам тәрбиәләү ысулын, иң тәүҙә, ата-әсә ғаиләлә башларға тейеш. Әгәр беҙ балаларҙа нимә яҡшы, нимә яман икәнен әйтеп, уларҙы  “Урал батыр” эпосындағы һымаҡ, “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!” тип үҫтермәйбеҙ икән, илгә ниндәй граждандар тәрбиәләйбеҙ булып сыға? Эйе, еңел түгел күңелдәрҙә гөл үҫтереү, әммә был бик мөһим. Бөгөн балаларыбыҙҙы туған телдә, милли мөхиттә, традицияларҙа үҫтереүҙең ни тиклем мөһимлеген беҙгә Ҡазандағы фажиғәле хәл дә күрһәтте. Бала мәктәбенә сәскә тотоп ҡайтып инһен өсөн беҙ, өлкәндәр, ата-әсәләр, уҡытыусылар, дәүләттең мәғариф учреждениелары үҙ заманыбыҙҙа барлыҡ көсөбөҙҙө һалырға бурыслыбыҙ. Рухи, милли, имани тәрбиә, сәселгән яҡтылыҡ орлоҡтары ыңғай һөҙөмтәһен бирер, бары тик ҡул һелтәп ҡуймайыҡ һәм битараф булмайыҡ.

Лариса Абдуллина.

 

 

Автор:Лариса Абдуллина
Читайте нас: