-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август 2021, 15:05

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың тыуған көнө

Ошо уңайҙан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары, яҡташтары, Ә. Хәкимовтың йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре  Хәтер көнө ойошторҙо. Улар әҙиптең ҡәберен йыйыштырҙы, рәшәткәләрен буяп, сәскәләр һалды. Сара Хәйернас хәҙрәт тарафынан уҡылған Ҡөрьән аяттары менән башланып китте. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе,  прозаиктың ижадын өйрәнгән ғалим Зәки Әлибаев: “Әхиәр Хәкимов үҙ заманында тотош СССР дәүләтендә төп әҙәби баҫмала милли әҙәбиәт өсөн яуап биргән ҙур шәхес булған. Уның ижады – башҡорт халҡының тарихына, үткәненә тоғролоҡ билдәһе!” – тине.

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың тыуған көнө
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың тыуған көнө

Ә. Хәкимовтың йорт-музейы директоры Марсель Ғәлимов: “Беҙ киләсәктә йәштәр, балалар араһында Ә. Хәкимов исемендәгне конкурс ойошторорға уйлайбыҙ, шуға күрә был сараларҙа тотош республиканың ҡатнашыуын теләр инек. Әхиәр Хәкимов – ул башҡорт әҙәбиәтенең алтын бағанаһы!” – тине үҙенең сығышында.

Шағирә, журналист, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина үҙ сығышында һәр ваҡыттағыса балаларҙы, йәштәрҙе үҙ шәхестәребеҙ миҫалында тәрбиәләү хаҡында һөйләне: “Ул Бөйөк Ватан һуғышында полк улы булып йөрөгән. Бөтә ғүмерен башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүгә, уны художество юғарылыҡта әҙәбиәттә сағылдырыуға өлгәшкән Әхиәр Хәсән улының ижады – һәр башҡорттоң өҫтәл китабына әйләнерлек әҫәрҙәр. Беҙ “Аҡбуҙат” журналында уның исемендәге конкурс ойошторасаҡбыҙ. Балалар уның ижадын яҡшы белеп үҫер, моғайын!”

Ә. Хәкимов исемендәге йорт-музейҙың элекке директоры Гөлүзә Арыҫланова бөгөн Башҡортостандан ситтә йәшәй, әммә ул киләсәктә халыҡ яҙыусыһына арналған конкурс ойошторорға ниәтләүен белдерҙе. Дәүләкән районындатыуған шағир В. Родин сара һуңында Әхиәр Хәкимовҡа арналған шиғырын уҡыны. Сарала ҡатнашыусы үҙ сиратында яҙыусы хаҡында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Лариса Абдуллина.

Автор:Лариса Абдуллина
Читайте нас: