+8 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2021, 13:55

БӨРЙӘН РАЙОНЫ ХАКИМИӘТЕ БАШЛЫҒЫ ҒӘЗИЗ МАНАПОВ АЛТЫ БАЛАҺЫНА ЛА "АҠБУҘАТ" ЖУРНАЛЫН ЯҘҘЫРҘЫ!!!

“Аҡбуҙат” – ул Башҡортостан Республикаһының төп баҫмаһы. Был хаҡта һәр ерҙә әйтәбеҙ!Нимәһе ҡыуаныслы, ошоно тәрән аңлаған Республика етәкселеге бар, район хакимиәте башлыҡтары бар!Мәшһүр эпосыбыҙҙа әйтелеүенсә, Аҡбуҙаттың һарайы – ул Шүлгәнташ мәмерйәһе. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов – алты бала атаһы. Собханаллаһ! Уның кесе балаларына ни бары 1, 2 генә йәш, әммә шуға ҡарамаҫтан, ул 6 балаһына ла 6 “Аҡбуҙат” журналы яҙҙырҙы! Эйе, 2 йәшлек бала журнал уҡымай, әммә ул уны ҡарай ала. Эйе, 1 йәшлек бала бөтөнләй баҫманың барлығын да әле аңламай. Әммә ул кескәй генә килеш бөгөндән атлы булды, “Аҡбуҙат”лы булды!!!Аҡбуҙатҡа һәйкәл асылғанда район хакимиәте башлығының ике ҡыҙы “Урал батыр” эпосын яттан һөйләп, төбәктә башҡорт һүҙенә, рухиәткә булған мөнәсәбәттең асыҡ өлгөһөн күрһәтте. Сулпан, Шәүрә, Зөһөрә, Асия, Алсын, Мансур Аҡбуҙаттың төйәгендә “Аҡбуҙат” журналы менән бергә атлы булып, көслө булып үҫһен! 

БӨРЙӘН РАЙОНЫ ХАКИМИӘТЕ БАШЛЫҒЫ ҒӘЗИЗ МАНАПОВ АЛТЫ БАЛАҺЫНА ЛА "АҠБУҘАТ" ЖУРНАЛЫН ЯҘҘЫРҘЫ!!!
БӨРЙӘН РАЙОНЫ ХАКИМИӘТЕ БАШЛЫҒЫ ҒӘЗИЗ МАНАПОВ АЛТЫ БАЛАҺЫНА ЛА "АҠБУҘАТ" ЖУРНАЛЫН ЯҘҘЫРҘЫ!!!

Ғәзиз Миңлеәхмәт улы, балаларҙы, балалар баҫмаһын күтәргән етәксене Аллаһ тәғәлә үҙе дәрәжәһен арттырһын! Был егетлек билдәһе! Беҙ сикһеҙ рәхмәтлебеҙ беҙҙең менән бергә булғанығыҙ өсөн! Башҡа хакимиәт башлыҡтары ла баҫмабыҙҙы ҡеүәтләр һәм балалар өсөн эшләнгән һәр изге ғәмәл меңләтә кире әйләнеп ҡайтырына шигебеҙ юҡ. Башҡорт баҫмаларын ҡеүәтләйек, тип күп һөйләргә була, ә кемдер тота ла эшләй!!! Афарин! Яҡты ғәмәлдәребеҙ менән көслө булайыҡ!
“Аҡбуҙат” – ул Башҡортостан балаһының милли һәм бәхет паспорты!

Автор:Лариса Абдуллина
Читайте нас: