+29 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2021, 11:53

Әҙәби Екатеринбург

Кисә Екатеринбургта “Уҡы, бөйөк ил!” милләт-ара әҙәби фестивалдә “Аҡбуҙат” журналы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә нәшер ителгән “Ҡояш иле ҡыҙы” исемле балалар шиғырҙар китабының презентацияһы уҙҙы.

Әлбиттә, пандемия арҡаһында осрашыуҙа теләгән һәр кем ҡатнаша алманы, шулай ҙа онлайн-трансляция аша беҙҙе күптәр ишетте. Беҙ патриотлыҡ, Ватанға мөхәббәт, туған телдәр тураһында һөйләштек.

 Свердловск өлкәһе Башҡортостан кеүек үк күп милләтле. Беҙҙе төрлө телдәрҙә сәләмләнеләр. Бөгөн китапхана хеҙмәткәрҙәре китап уҡыу мәҙәниәтен һаҡлау буйынса күп эштәр башҡара, яҙыусылар һәм китап уҡыусы араһында, мәҙәниәттәр араһында күперҙәр төҙөй. Был -  үҙ эштәренә бирелгәнлек кенә түгел,  ә тәү сиратта - илебеҙгә мөхәббәт, был хаҡта беҙ үҙ әҫәрҙәребеҙҙә яҙабыҙ.

Свердовск өлкәһендә беҙҙең  журналды 50 дана алдыралар. Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров медиофорумда киләһе йылдан “Аҡбуҙат”тың  федераль каталогҡа керәсәген вәғәҙә иткәйне, тимәк,  беҙҙең баҫманы өйҙәренә алдырып уҡыу  мөмкинлеге буласаҡ. Әлегә журналды бәләкәс дуҫтарыбыҙға Тарихи-мәҙәни үҙәк, урындағы башҡорттарҙың ижтимағи ойошмалары аша еткерәбеҙ.

Читайте нас: