Алтынай Өфө ҡалаһының «Аҡбуҙат» 75-се башҡорт балалар баҡсаһына бик теләп йөрөй. Милли кейем кейеп бейергә, һүрәт төшөрөргә, пластилиндан төрлө һындар әүәләргә, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә, әсәһе менән аш бүлмәһендә тәмлекәстәр бешерергә, ҡурсаҡтарға кейемдәр тегергә ярата.
Ата-әсәһенә терәк, апай булараҡ, ҡустыһын ҡарашыуҙа ла ҙур ярҙамсы Алтынай.
“Киләсәктә ысын башҡорт ҡыҙы булып үҫкем килә! "Аҡбуҙат" журналын яратып уҡыйбыҙ, көтөп алабыҙ. Айырыуса баҫманың ҡыҙыҡлы, сағыу рәсемдәрен ҡарарға, буярға, киҫергә, йәбештерергә оҡшай" – ти Алтынай. Тырыш, ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ журнал эсендә сыҡҡан китапсыҡтарҙы ҡырҡып эшләргә, әкиәттәрҙе, шиғырҙарҙы уҡығандан һуң әҫәр буйынса һүрәттәр төшөрөргә ярата икән.
"Ҡыҙыбыҙ "Аҡбуҙат" журналы ойошторған конкурстарҙа ҙур теләк менән ҡатнаша, сөнки уңыштар уны яңы еңеүҙәргә дәртләндерә" – ти Алтынайҙың ата-әсәһе.