+14 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡусҡар
8 Ғинуар 2022, 22:21

Балаларға өләсәйҙәр рухи мираҫ өләшә

Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылын "Өләсәйем һабағы" рух байрамы менән сәләмләнеләр. 

Балаларға өләсәйҙәр рухи мираҫ өләшә
Балаларға өләсәйҙәр рухи мираҫ өләшә

Бөрйән районы  Яңы Собханғол ауыл мәҙәниәт йортонда уҙған күркәм сара - ысын рух байрамы: ул "Өләсәйем һабаҡтары" тип аталып, ауылдың ағинәйҙәрен һәм уларҙың ейән-ейәнсәрҙәрен бер ҡорға тупланы.

Өләсәй һыны һәр ғаиләлә элек-электән оло әһәмиәткә эйә. Уның яңы быуынды тәрбиәләүҙәге роле баһалап бөткөһөҙ: ата-әсә эш, йорт мәшәҡәттәренә сумғанда, балаларға күҙ-ҡолаҡ булыуҙан тыш, уларҙы шәхес булараҡ тап өләсәйҙәр үҫтерә, тормош һабағын бирә.

Сергетыштар түшәлгән урындыҡта, ҡаралды-мендәр өйөлгән һандыҡ, түшәмгә эленгән бишек янында йыйылған өләсәйҙәр, атап әйткәндә,Гөлшат Йәмилева, Филиә Күҫәпова, Гөләндәм Буранбаева, Рәмзиә Мырҙабаева, Рәүилә Йортбағишева, Ғәтифә Манапова, Гөлдәр Зыянбаева кескәйҙәргә тормош һабаҡтарын халыҡ ижады аша өләште: Гөлшат өләсәй әкиәт һөйләне, күмәкләшеп мәҡәл-әйтемдәрҙең телен систе, йомаҡ ҡойҙолар.

Балалар өләсәйҙәрен тыңлап ҡына ултырманы, үҙҙәре лә әүҙем мәҡәлдәр, йомаҡтар менән бүлеште. Һәр береһе кескәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, зирәклектәре, отҡорлоҡтары менән әсир итте - бына бит ул өләсәй тәрбиәһе! Һәр береһенең ҡарашында ғәм, аң сағыла ине.

Гөлдәр Зыянбаева менән Филиә Күҫәпова ҡумыҙ сирткәндә, балаларҙың уғата күҙҙәре янып китте. Өләсәйҙәр уларға был башҡорт халыҡ уйын ҡоралы буйынса оҫталыҡ дәресе лә бирҙе.

Өләсәйҙәр буш ултырманы - рухи мираҫ өләшкән ваҡытта һәр береһе ҡул эшен тотто: йөн иләне, йомғаҡ ураны, ойоҡбаш бәйләне.

"Шәл бәйләнем" башҡорт халыҡ йырын йырлап, бер-береһенә матур теләктәр әйтеп таралыштылар янһарылар.

2022 йыл Башҡортостанда Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан ителде. Был йәһәттән Яңы Собханғол ауылы мәҙәниәт йорто йылды бына ниндәй рух байрамы менән башлап ебәрҙе - балаларҙың һәр береһенә рухи ырыҫ, ҡот өләште, уларҙың каникулын ҡыҙыҡлы сара менән биҙәне.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: