-11 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
10 Февраль 2023, 11:37

МАШИНА МЕНӘН ТРАКТОР (Әкиәт)

Йәшәгән ти бәләкәй генә машина менән трактор. Улар ике йәшлек Рамаҙан тигән малайҙың уйынсыҡтары икән. Үҙ-ара бик дуҫ булған улар, баҫтырышҡандар, йәшенмәк уйнағандар. Рамаҙан да уларҙы ныҡ яратҡан. Тик бер көндө малайға атаһы ҡыҙыҡ ҡына бер тәтәй алып ҡайта...

МАШИНА МЕНӘН ТРАКТОР (Әкиәт)
МАШИНА МЕНӘН ТРАКТОР (Әкиәт)

Йәшәгән ти бәләкәй генә машина менән трактор. Улар ике йәшлек Рамаҙан тигән малайҙың уйынсыҡтары икән. Үҙ-ара бик дуҫ булған улар, баҫтырышҡандар, йәшенмәк уйнағандар. Рамаҙан да уларҙы ныҡ яратҡан. Тик бер көндө малайға атаһы ҡыҙыҡ ҡына бер тәтәй алып ҡайта. Машина тиһәң машина түгел, тракторға ла оҡшамаған. Руле лә юҡ, тәгәрмәстәре лә. Оҙон торбаһынан ут сәсрәтеп улай-былай тызлап тик йөрөй. Кнопкаһына баҫһаң һүнә. Трактор менән машина унан ҡасып диван аҫтына йәшенһәләр, ул да шунда йүгерә. Былар өҫтәл аҫтына урынлашып инде тынысландым тигәндә, Рамаҙан уны тартып сығара ла тағы ла төймәһенә баҫһа, ят уйынсыҡ килә лә таба. Ҡасып ҡотолорлоҡ түгел бит! Төндә йоҡларға ла уларҙы бер йәшниккә һалғайнылар машина менән трактор берәүгә лә һиҙҙермәй генә сыҡтылар ҙа ҡурсаҡ янына килделәр. “Ҡарале, апай, һиңә ҡалай рәхәт, берәүҙән дә ҡасмайһың, тыныс ҡына тик йөрөйһөң. Ә беҙ анау ят тәтәй килгәне бирле ҡайҙан урын табырға белмәйбеҙ”, тигәндәр ти.
“Ә һеҙ ҡурҡмағыҙ ҙа, ҡасмағыҙ ҙа. Танк бит ул. Ул һеҙҙең кеүек түгел, ул һуғыш транспорты. Оҙон торбаһынан ут сығарып дошмандарҙы юҡ итә. Әле һуғыш юҡ, бик тыныс йәшәйбеҙ. Һеҙ уның менән дуҫлашығыҙ. Бына мин дә был шкафта бер үҙем түгел. Хужалар Рамаҙандың апайы Диләфрүзгә күп ҡурсаҡтар ала. Мин барыһын да матур итеп ҡаршылап, өй менән таныштырып, дуҫлашып торам. Хәҙер бик яҡын әхирәттәр булып киттек”.
Трактор менән машина бөгөнгә кухняла йоҡлағандар ҙа, иртәнсәк, Рамаҙан уянмаҫ борон танк янына килгәндәр.
- Сәләм, танк! Беҙ һинең менән дуҫлашырға булдыҡ.
- Ой, ә мин ҡасандан бирле һеҙҙең менән танышайым тип артығыҙҙан йүгерәм.Ә һеҙ ҡасаһығыҙ ҙа китәһегеҙ.
- Ысынмы! Мин – тарктор, ә мин - машина. Киттек бүтән тәтәйҙәрҙе лә күрһәтәбеҙ тип танкты ат, жираф, мотоцикл, кәмә, әтәс, эт, ҡуян, сысҡан һәм башҡа ниндәй уйынсыҡтар бар өйҙә, барыһы менән дә таныштырғандар ти.
Улар әле һаман матур итеп йәшәп яталар ти.

Гөлсинә Байғужина-Йосопова.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: