+6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
27 Октябрь 2022, 20:50

Өс изге эш (Әкиәт)

Радмир ҡармағын алды ла йылға буйына китте. Көн һайын йөрөй ул бында, алтын балыҡ тотоу иҫәбе. Шәп тә инде: балыҡ һинең һәр теләгеңде үтәйәсәк! Малайҙар көнләшер инде. Тик бына әлегә тотолмай ғына. Шулай ҙа бирешмәй Радмир, өмөтөн өҙмәй. Һыуға ҡарап ултыра торғас, ойой ғына башлағайны, ҡапыл ҡалҡыуысы һелкенде. Радмир һикереп торҙо: ҡапты! Ҡармаҡты тартыуға, ҡояш нурына йылтырап, алтын балыҡ килеп сыҡты! - Ебәр мине! - тине балыҡ, телгә килеп. - Шулайтмаһам ярар ине! - тине Радмир. - Ҡасанан бирле һине тоторға тырышам бит инде! Малай балыҡты ҡармаҡтан ысҡындырып алды ла үҙе менән алып килгән банкаға төшөрөп тә ҡуйҙы. Үҙе ҡыуанысынан: - Хәҙер һин минең бөтә теләктәремде үтәйәсәкһең! - тип шарҡылдап көлдө.

Өс изге эш (Әкиәт)
Өс изге эш (Әкиәт)

- Зинһар, ебәр мине! Мин теләк үтәй торған балыҡ түгел, - тип тағы үтенде балыҡ.

- Алдашма! Барыбер үтәйәсәкһең! - тип зәһәрләнде Радмир.

- Һин ҡайһылай тәртипһеҙ, матур итеп һөйләшә лә белмәйһең, - тине уға балыҡ рәнйеүле тауыш менән.

- Беренсе теләгем: көн шул тиклем эҫе, туңдырма ашағым килә! - тип бойорҙо малай, үҙе, ҡулдарын баш аҫтына, ә бер аяғын икенсеһенең тубығына һалып, эре генә түшәгенә барып ятты.

- Йә, ярай, - тип күнде балыҡ. - Тик мин һинең теләктәреңде үтәй башлар алдынан һин өс изге эш эшләргә тейешһең...

- Һин нимә! Бында мин һине түгел, һин мине тыңлайһың һәм ҡушылғанды үтәйһең!

- Шунһыҙ, - тип һүҙен дауам итте балыҡ, - мин ҡыл да ҡыбырлатмаясаҡмын!

- Улайһа мин һине бөтөнләй ебәрмәйем, йәшә әйҙә банка эсендә! - тип ныҡышты Радмир.

- Йәшәрмен, - тип ризалашты балыҡ.

Радмир һыу инеп килде, балыҡ ҡармаҡлап алды, ятып йоҡлап алды, ә балыҡ, бер ни булмағандай, банка эсендә йөҙөп йөрөүен белде. Малай асыҡты, һыуһаны. Балыҡтың һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө.

- Ҡара әле, - тине ул ахырҙа балыҡҡа. - Әгәр мин өс изге эш эшләһәм, һин минең бөтә-бөтә теләктәремде үтәрһеңме?

- Әлбиттә!

- Нисәүҙе булһаламы?

- Эйе.

- Һүҙ бирәһеңме?

- Бирәм!

Улар шулай килеште. Радмир балыҡлы банканы ағас төбөнә йәшерҙе лә юл буйлап китте. “Изге эште нисек эшләйҙәр икән һуң? Ул ниндәй була?“ - тип уйланды. Бара торғас ул илағанға оҡшаған тауыш ишетте. Ҡараһа, бер түңгәктә ҡуян илап ултыра. Малай шым ғына барҙы ла ҡуянды тотоп алды.

- Әһә, эләктеңме?! Мин һине хәҙер алып ҡайтам, уйынсығым булырһың! - тип, ҡыуанысынан шарҡылдап көлә үҙе.

- Зинһар, ебәр мине! - тип инәлә ҡуян. - Мин аҙаштым. Өйҙә һинең кеүек кенә балаларым ҡалды. Асығып бөткәндәрҙер инде.

- Шулайтмаһам ярар ине! - тине лә Радмир, ҡуяндың оҙон ҡолаҡтарынан күтәреп алмаҡсы булды. Шул мәл малай бахырҡайҙың илап бөткән күҙҙәрендә тәрән һағыш күрҙе. Ҡуян балалары өсөн ныҡ ҡайғыра ине. Ҡолағынан һөйрәп алып барырға ҡулы барманы уның, күтәреп алды.

- Әйт, ҡайҙа йәшәйһең, алып барып ҡуям! - тине.

Ҡуян ҡыуанысынан көлөп ебәрҙе, күҙҙәре нурланды.

Ысынлап та, балалары уны дүрт күҙ менән көтә инеләр. Ҡуян Радмирға изге эше өсөн рәхмәт әйтте. Шул мәл малайға рәхәт булып китте, үҙен ҙур булып үҫеп киткәндәй тойҙо, йөрәге нурға тулды.

Радмир ары китте. Шул саҡ уның күҙенә өйҙәре янында йүгерешкән ҡырмыҫҡалар салынды. “Ҡайһылай ҙур иләү, хәҙер мин уны рәхәтләнеп туҙҙырам! ” - тип ҡыуанды малай. Йүгереп килеп еткәс, иләүҙең яртылаш туҙҙырылғанын күрҙе. Ҡырмыҫҡалар йомортҡаларын ҡосаҡлап улай-былай йүгерешә, килеп тыуған афәттән йәшеренер урын эҙләй. Иләүҙең икенсе яғын да туҙҙырам, тип аяғын күтәргән килеш туҡтап ҡалды тәртипһеҙ малай. Уға бахырҡайҙар йәл булып китте. Уларға бит былай ҙа ҡыйын.

- Ҡурҡмағыҙ, мин һеҙгә теймәйем, - тип йыуатырға ашыҡты ул нәҙекәйбилдәрҙе. Туҙҙырылған иләүҙе һаҡ ҡына өйҙө лә кәртәләп ҡуйҙы. Инде бер кем дә теймәҫ, ҡурҡытмаҫ үҙҙәрен. Ҡырмыҫҡалар шатланып, ихлас рәхмәт әйтеп тороп ҡалдылар.

Радмир ары атланы. Үҙе һаман: “Был изге эште нисек, ҡайҙан табырға икән?” - тип баш ватты. Аҙашҡан ҡуянды өйөнә, бәләкәй балалары янына алып барып ҡуйыу, ҡырмыҫҡаларға туҙҙырылған өйҙәрен рәтләп, кәртәләп алыу изге эш була икәнен аңламай ине әле. Ул яңынан йылға буйына килеп сыҡты. Шул саҡ яр ситендә бер бәләкәй генә балыҡтың тыпырсынып ятҡанын күрҙе. Янына йүгереп барҙы ла:

- Эй, һин бейейһеңме әллә шулай? - тип һораны шарҡылдап көлә-кҡлә.

- Юҡ, - тине балыҡ илап. - Әсәйемде эҙләп сыҡҡайным. Уны бер тәртипһеҙ малай тотоп алды ла банкаға ябып ҡуйҙы. Әсәйемде лә тапманым, кире һыуға ла барып етә алманым... - тип хәлен һөйләне бәләкәс балыҡ. - Миңә әсәйемде табырға ярҙам итһәңсе?

Радмир балыҡты ҡулына алды. Бәй, был баяғы алтын балыҡтың балаһы бит! Ана ҡайһылай илап бөткән!

- Мин һинең әсәйең ҡайҙа икәнен беләм! - тине лә малай алтын балыҡты ҡалдырған ағас төбөнә йүгерҙе. Килеп еткәндә балыҡ балаһы саҡ тын ала ине. Радмир уны тиҙ генә банкаға, әсәһе янына төшөрҙө. Әсә менән балаһы ҡосаҡлашып алдылар, ҡыуаныстан йөҙөргә тотондолар.

- Һин бик ҙур изге эш эшләнең, рәхмәт һиңә! - тине балыҡ Радмирға.

Малайҙың был мәлдә йөрәге шатлыҡ менән тулғайны. Ул үҙе менән бик ныҡ ғорурланды. Шулай булмай ни: ул бит тәүҙә ҡуянға, унан ҡырмыҫҡаларға ярҙам итте, әле бына әсәй балыҡ менән бала балыҡты осраштырҙы.

Гөлнара МОСТАФИНА.

- Өс изге эш эшләнең, инде теләктәреңде әйт, үтәйем! - тине балыҡ Радмирға. Шул саҡ малайға ҡылығы өсөн оят булып китте.

- Һин мине ғәфү ит, - тине ул балыҡҡа. - Минең арҡала һин ҡыҙыңды юғалта яҙҙың! Ә теләгем шул: хәҙер мин һеҙҙе һыуға ебәрәм, башҡа бер ваҡытта ла ҡармаҡҡа эләкмә!

- Рәхмәт! - тине балыҡ. - Мин ысынлап та алтын балыҡ түгелмен һәм теләктәрҙе лә үтәй алмайым.

- Һин минең, йөрәгемде үҫтерҙең! Хәҙер унда шул тиклем күп изгелек һыя! Ә был бөтә теләктәрҙән дә ҡәҙерлерәк, рәхмәт! - тип Радмир әсәйле-ҡыҙлы балыҡтарҙы һыуға ебәрҙе.

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: