+29 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
24 Октябрь 2022, 20:40

Өс алтын ҡурсаҡ

Һинд хәлыҡ әкиәте

Өс алтын ҡурсаҡ
Өс алтын ҡурсаҡ

Бер батша, күрше ил халҡын һынап ҡарарға уйлап, шул илдең солтанына өс алтын ҡурсаҡ ебəрə. Был ҡурсаҡтар бер төҫлө булалар.

Ауырлыҡтары, буй-һындары ла бер үк. Ə хаҡына килгəндə, береһе — мең һум, икенсеһе — йөҙ, өсөнсөһө ун һум ғына икəн. Ниңə улай булыуы һис кенə лə

билдəле түгел, ти.

Солтан бүлəкте ала ла үҙенең ярандарына ҡурсаҡтарҙы ҡарарға, уларҙың ниндəй ғиллəһе барлығын белергə ҡуша. Бөтə вəзирҙəр, ғалимдар һəм

бүтəн белгестəр ҡурсаҡтарҙы əйлəндереп-əйлəндереп ҡарайҙар. Лəкин бер кем бер нəмə аңламай.

Ярандары белмəгəс, солтан ябай халыҡҡа һарайға инергə рөхсəт бирə. Бер көндө һарай ҡапҡаһы төбөнə бер егет килə. Уны индерəлəр ҙə

ҡурсаҡтарҙы күрһəтəлəр. Егет уларҙы бик ентеклəп ҡарай. Ҡарай торғас, ул ҡурсаҡтарҙың ҡолаҡ тишектəренə туҡтала.

Ҡыл ала ла береһенең ҡолағына тыға. Ҡылдың осо ҡурсаҡтың ауыҙынан барып сыға. Икенсе ҡурсаҡты ла ала,

ҡыл уның бер ҡолағынан икенсеһенə килеп сыға. Шунан өсөнсө ҡурсаҡты ала. Ҡолағынан индерелгəн ҡыл уның йөрəгенə барып етə һəм шунда туҡтай.

Шунан егет солтанға былай ти:

— Был ҡурсаҡтар өс төрлө кешегə оҡшаш. Тəүге ҡурсаҡ — ни ишетһə, шуны лығырлап йөрөй торған кеше. Бындай бəндəгə бер ҙə ышанып булмай.

Бының хаҡы арзан. Икенсе ҡурсаҡ бер ҡолағынан кергəн һүҙ икенсеһенəн сығып китə торған кешегə тартым. Бындай бəндə һүҙҙе аңламай, кəңəште

тотмай, еңел аҡыллы була. Унан əллə ниндəй файҙа ла, ул тиклем зыян да юҡ. Бының хаҡы уртаса йөрөй. Ə өсөнсө ҡурсаҡ — ни ишетһə лə, йөрəгенə һалып

ҡуя торған, сер һаҡлар кеше. Бының хаҡы бик ҡиммəт.

Солтан был егеттең зирəклегенə аптырай.

— Кем өйрəтте быға һине? — тип һорай.

— Олатайым, — ти егет.

— Кем ул олатайың? Ни эшлəй? Нисек донъя көтə? — тип һорай солтан.

— Ул ҡырҡ йыл иген иккəн, ҡырҡ йыл көтөү көткəн, һикһəн йыл халыҡ һүҙен тыңлаған, — тип яуап бирə егет.

— Һуң ул йөҙ алтмыш йыл йəшəгəнме ни?

— Юҡ, һикһəнде генə. Ул иген иккəндə лə, көтөү көткəндə лə ил халҡынан фəһем алып йөрөгəн.

— Һуң, минең вəзирҙəрем халыҡтан фəһем алмаймы икəн ни?

— Улар халыҡты йə ат, йə фил өҫтөнəн генə күрəлəр бит, — тигəн тапҡыр егет.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: