Ярлы ғына бер егет эй зарлана икән:
- Хәйерселектән баш сыҡмай. Атай-әсәйем йүнле мираҫ та ҡалдырманы...
Уны ҡарт кеше тыңлап тора-тора ла былай ти:
- Улай бик байығың килһә, юлын өйрәтәм. Ризалашһаң, алтын-көмөшкә күмәм.
- Ниндәй юл ул? - тип һикереп тора йәш егет. Ҡарт кеше әйтә:
- Мин ҡарт, һуҡырмын. Һат миңә күҙеңде, бер йөк алтын-көмөш бирәм.
Егет ҡойолоп төшә.
- Юҡ инде, күҙһеҙ ҡала алмайым, - ти. Баш тарта.
Ҡарт бай тағы ныҡыша:
- Улайһа, һат миңә ҡулдарыңды. Бер йөк алтынлы булырһың, - ти теге. Егеттең ҡото оса. Ҡулһыҙ ҡалырға һис риза түгел.
- Ә хәҙер аңланыңмы? Алтын-көмөштәргә биргеһеҙ байлығың бар: ҡабатланмаҫ йәшлегең, һаулығың. Ә һин ярлымын да ярлымын, тип кеше көлдөрәһең, - тигән ҡарт.
Егет шул көндән ең һыҙғанып эшкә тотона. Күп тә үтмәй, байып та китә.