+4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
16 Август 2022, 10:05

МЫРАУБАЙ МӘКТӘПКӘ БАРА

Баланың балалар баҡсаһына йөрөй башлауы, оҙаҡ ваҡытҡа ғәҙәти донъяһынан, бигерәк тә әсәһенән айырылып тороуы уның өсөн ҙур стресс. Шуға ла баланы алдан уҡ әҙерләй башлау мөһим. Был тәңгәлдә әкиәттәр ҙур ярҙамсы буласаҡ. Бөгөн һеҙгә шундай әкиәттәрҙең береһен тәҡдим итәбеҙ.  

МЫРАУБАЙ МӘКТӘПКӘ БАРА
МЫРАУБАЙ МӘКТӘПКӘ БАРА

 

Йәшәгән, ти, Мыраубай. Үҙе һороҡай ғына, ә ҡолаҡтары аҡ. Мыраубайҙың әсәһе лә бар, ул да һоро икән. Бер көн ул Мыраубайға:

- Иртәгә һин беренсе тапҡыр бесәй балаларының баҡсаһына барасаҡһың, - ти.

- Бесәй балаларының баҡсаһына? Ул нимә? - Мыраубай ҡурҡып китә.

- Ул шундай балалар баҡсаһы, унда бәләкәй бесәйҙәр йөрөй. Бергәләшеп уйнайҙар, ашайҙар, йоҡлайҙар, - тип йылмая әсәй-бесәй.

- Әсәй, ә унда минең дуҫым Аҡтүш тә буламы?

- Юҡ, Мыраубай. Аҡтүш көсөктәр өсөн булған балалар баҡсаһына йөрөйәсәк. Һеҙ уның менән кискеһен, баҡсанан ҡайтҡас һәм ял көндәрендә күрешерһегеҙ. Бер-берегеҙгә балалар баҡсаһында нимә эшләүегеҙ, ниндәй уйындар уйнауығыҙ тураһында һөйләрһегеҙ, - тип аңлата әсәһе.

- Миңә Аҡтүшһеҙ күңелһеҙ буласаҡ. Әсәй, ә һин минең менән бараһыңмы? - тип һораша бесәй балаһы.

- Юҡ, улым, мин һине балалар баҡсаһына алып барам да, эшкә китәм. Һин башҡа бесәй балалары менән уйнарһың, һөт эсерһең, йоҡларһың. Ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһың, мин һине алырға килеп тә етермен.

Мыраубай әсәһен иғтибар менән тыңланы, шулай ҙа мәктәпкә әллә ни барғыһы килмәне. Көнө буйы әсәһенән башҡа булырын күҙ алдына ла килтерә алманы. Етмәһә, янында дуҫы Аҡтүш тә булмаясаҡ. Мыраубай оҙаҡ йоҡлап китә алмайынса ятты. Ул балалар баҡсаһы тураһында уйланы ла уйланы.

- Улым, тор инде, һөтөкәй эсеп ал, тешеңде таҙарт та балалар баҡсаһына китәбеҙ! - тип уятты иртән Мыраубайҙы әсәһенең тауышы. Түшәктән торғоһо килмәй бесәй балаһының, әсәһен дә көйҙөрөргә теләмәй. Бәлки, әсәйем кире уйлар, балалар баҡсаһы урынына тышҡа уйнарға сығырбыҙ, тип өмөтләнде ул. Мыраубай юл буйы тауыш-тынһыҙ барҙы. Әсәһе балалар баҡсаһында яңы дуҫтар табасаҡһың, тип ышандырҙы.

- Әсәй, минең бит Аҡтүш дуҫым бар! Башҡа дуҫтар миңә кәрәкмәй! - тип ҡаршы төштө ул әсәһенә.

- Дуҫтарың күп булһа, киреһенсә бик яҡшы! Һин бит Аҡтүш менән баҡсанан ҡайтҡас уйнаясаҡһың! - тип йылмайҙы әсәһе.

Бына улар баҡсаға килеп етте. Уларҙы йомшаҡ йөнлө һоро бесәй ҡаршы алды.

- Мин һинең тәрбиәсең булам, исемем Йомшаҡҡай, - тип үҙе менән таныштырҙы ул. - Ә бына былар һинең яңы дуҫтарың, һин бөгөн улар менән төрлө уйындар уйнарһың.

- Сәләм, Мин Мурзик! Әйҙә баҫтырыш уйнайбыҙ! - Ҡара ғына бесәй балаһы Мыраубайға йүгереп килде лә үҙе менән алып китте. Әсәһе улына ҡул болғаны ла сығып китте. Мыраубайға ҡапыл күңелһеҙ булып китте. Ә Мурзик уны тиҙерәк уйнай башларға ҡабаландырҙы. Тәүҙә улар баҫтырышты, аҙаҡ йәшенешеп уйнанылар, унан туп менән. Йомшаҡҡай апайҙары уларға әкиәт уҡығандан һуң, һөт эстеләр ҙә ял итергә яттылар. Йоҡлап торғас, күңелле уйындар дауам итте. Мыраубай бик күп бесәй балалары менән танышты, көн ҡыҙыҡ һәм күңелле үтте, әсәһенең уны алырға килгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

- Миңә бик оҡшаны, әсәй! - тип әсәһе менән шатлығын уртаҡлашты ул. - Ҡайта һалып, барыһын да тиҙерәк Аҡтүшкә һөйләгем килә!

- Бик һәйбәт! Уның да һиңә һөйләй торған хәбәрҙәре күптер! - тине уға әсәһе.

Ысынлап та, Аҡтүш уларҙы ҡапҡа төбөндә көтөп тора ине инде. Аҡтүш тә үҙенә яңы дуҫтар тапҡан икән, баҡсала уға бик оҡшаған. Дуҫтар кискә тиклем бергә уйнаны. Улар иртәрәк ятырға тырышты, иртәгә тағы ла балалар баҡсаһына баралар бит! Һуңларға ярамай.

Икенсе көнө Мыраубай әсәһенән дә алдараҡ торҙо, тиҙ генә тешен таҙартып, һөт эсергә йүгерҙе. Бөгөн дә балалар баҡсаһында уға бик күңелле буласаҡ!

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: