+4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
16 Август 2022, 20:00

ИКЕ ИПТӘШ. Әкиәт

Ике иптәш урман буйлап китеп бара ине, быларҙың өҫтөнә айыу килеп сыҡҡан. Шул саҡта берәүһе ҡасырға тотонған. Йүгереп барып, ағасҡа менеп йәшенгән. Икенсеһе юлда ҡалған. Уныһы, ни эшләргә белмәй, үлгән кеше булып тәгәрәгән дә тик кенә ятҡан.

Айыу уның яғына килеп, еҫкәп ҡарай башлаған, ул кеше хатта тын да алмай ятҡан. Айыу еҫкәп ҡараған да, уны үлгән кеше икән тип, үҙ юлына киткән. Шул саҡта теге иптәше, ағастан төшөп, көлөп әйткән:

- Һинең ҡолағыңа айыу нимә тип әйтте? - тип.

Шунан был иптәшенә:

- Миңә айыу, алама кешеләр ҡурҡыныс килгәндә иптәштәрен ташлап ҡаса, тип әйтте, - тигән.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: