+4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
15 Август 2022, 20:00

ЯЛҠАУ МАЛАЙ. Әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер ялҡау малай. Әсәһенән башҡа бер кешеһе лә булмаған, ти, уның. Был ялҡау алдындағы икмәкте ынтылып алырға ла иренгән, ти. Әсә кеше ялҡау улынан ялҡып, йөҙәп бөткән, ти. Берҙән-бер көндө бутҡа бешергән дә былай тигән: ике таштабаҡ алып, береһенә бутҡаны әҙ генә, икенсеһенә күберәк һалып, береһен тупһа төбөнә, икенсеһен өй алдына сығарып ҡуйған.

ЯЛҠАУ МАЛАЙ. Әкиәт
ЯЛҠАУ МАЛАЙ. Әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер ялҡау малай. Әсәһенән башҡа бер кешеһе лә булмаған, ти, уның. Был ялҡау алдындағы икмәкте ынтылып алырға ла иренгән, ти. Әсә кеше ялҡау улынан ялҡып, йөҙәп бөткән, ти.

Берҙән-бер көндө бутҡа бешергән дә былай тигән: ике таштабаҡ алып, береһенә бутҡаны әҙ генә, икенсеһенә күберәк һалып, береһен тупһа төбөнә, икенсеһен өй алдына сығарып ҡуйған. Малайы бер заман:

- Асыҡтым! - тип ҡысҡыра икән.

- Тупһа бөтөндә генә бутҡа бар, ынтылып ҡына аша индеүҙең, - тигән.

Өс тапҡыр шулай ҡабарлаған, ти. Ҡыйын булһа ла, үҙе алып ашаған малай бутҡаны. Бутҡа бик тәмле тойолған. Малай:

- Тағы бутҡа! - тигән.

- Тышта, бар сығып аша, - тигән әсәһе.

Ялҡау малай сыға килеп тыштағы бутҡаны ла һыпырған, ти. Үҙе шунда уҡ ятып йоҡлап киткән. Әсәһе эстән ишекте элеп ҡуйған. Төндә малай өшөп килеп торһа, ишек бикле, инеп булмай, ти.

- Әсәй, ишекте ас, - тип ҡысҡыра.

- Эшкә өйрәнмәйенсә, ишекте асмайым. Эшкә өйрән. Өйрәнмәйенсә, ҡайтып киләһе булма, - тип әсәһе индермәгән, ти.

Малай, йоҡлар урын тапмағас, күршеләренең ишеген шаҡыған.

- Бында ялҡауҙарға урын юҡ, - тигәндәр улары ла.

Малай ил гиҙеп сығып китә. Күп ер үткән, күп тир түккән, күп эшләгән, күп һөнәр алған. Күп ваҡыттар үткәс, малай әсәһенә әйләнеп ҡайтҡан.

- Әсәй, ас инде ишегеңде. Күп ерҙәр үтеп, күп тирҙәр түгеп, күп һөнәрҙәргә өйрәнеп ҡайттым. Һиңә күп итеп бүләктәр килтерҙем, - тигән.

Әсәһе шатланып ишек асҡан. Ошо көндән башлап, әсәле-уллы рәхәтләнеп йәшәй башлағандар, ти.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: