+2 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар

ҺУНАРСЫ

Әкиәт уҡып алайыҡ

ҺУНАРСЫ
ҺУНАРСЫ
Борон-борон заманда, йәшәгән, ти, бер һунарсы. Ул көн һайын һунарға барып, берәй йәнлек йә ҡош алып ҡайта торған булған. Бер көн шулай кескәй генә ҡош балаһы тотоп ала. "Һунарсы ағай, зинһар, миңә теймә, минең ҡанатым һынған. Әсәйем дә юҡ, кемдер атып китте", - ти икән быға ҡошсоҡ.
Һунарсы ҡошсоҡто өйөнә алып ҡайтҡан, тәрбиәләгән. Ҡанаты төҙәлгәс, иреккә ебәргән.
Күп тә үтмәгән, һунарсының улы ауырып киткән. Уға дарыу өсөн көртмәле еләге кәрәк икән. Ә көртмәле яҡын-тирәлә үҫмәй, имеш. Һунарсы әлеге ҡошсоҡҡа кәңәшкә киткән. "Улым ныҡ ауырый уға көртмәле еләге кәрәк. Йөрөмәгән ерем ҡалманы, әммә көртмәле таба алманым. Һин миңә ярҙам итмәҫһеңме?" - тип һораған.
Ҡошсоҡ һунарсыға көтөп торорға ҡушҡан да үҙе ҡайҙалыр юғалған. Оҙаҡламай ҡошсоҡ бәләкәй кәрзин менән еләк алып килгән. Ҡошҡа мең-мең рәхмәттәр әйтеп, һунарсы өйөнә ҡайтҡан, улын шифалы еләк менән һыйлаған. Малай шәбәйгән дә киткән.
Шул көндән башлап ҡоштар менән кешеләр дуҫлашып киткәндәр, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәйҙәр, ти.

И.ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.
Зиннур БОҪҠОНОВ фотоһы.
 
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: