+4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар

Бесәй балаһы Петрик менән сысҡан (Белорус халыҡ әкиәте)

Бер ваҡыт бесәй балаһы Петрик сысҡан тоторға уйлаған. Ул әле бәләкәй, шуға күрә сысҡандарҙы бер ҙә күргәне юҡ икән. Тик өлкән бесәйҙәрҙән генә уларҙың сысҡан тотҡанын ишеткәне бар. Петриктың да сысҡан тотҡоһо килә. Шуға ул һарай яғына китә. Петрик унда оҙаҡ йөрөй, ләкин бер сысҡан да осрамай. Шул ваҡыт ҡапыл һалам ҡыбырлай һәм унда оҙон ҡойроҡло бер йәнлек күренә.- һин кем? — тип һорай Петрик.- Сысҡан.- Мин һине эҙләйем, һин миңә кәрәк инең!..- Ниңә?..- Ниңә икәнен әлегә белмәйем, тик бесәйҙәрҙең сысҡан тотҡанын беләм.- Бесәйҙәр сысҡанды бесәй-сысҡан уйыны уйнар өсөн тота. Теләйһеңме, мин һине лә өйрәтәм, - тигән сысҡан.- Әйҙә өйрәт! - тигән бесәй балаһы Петрик.- Мөйөшкә баҫ, - тигән сысҡан, - күҙеңде йом да өскә тиклем һана, шунан мине тоторһоң.- Сысҡан өйрәткәнсә, бесәй балаһы Петрик өскә тиклем һанаған һәм күҙен асҡан. Тирә-яғына ҡараһа, бер нәмә лә юҡ икән.(А.Йәғәфәрова тәржемәһе)

Бесәй балаһы Петрик менән сысҡан (Белорус халыҡ әкиәте)
Бесәй балаһы Петрик менән сысҡан (Белорус халыҡ әкиәте)

.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: