+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
5 Апрель 2022, 11:52

Өс теләк

Баймаҡ районы Байыш мәктәбенең 5-се  класс уҡыусыһы Ибраһимова Ынйынан әкиәт.

Өс теләк
Өс теләк

Борон-борон заманда түгел, бөгөнгө көндәрҙә Динар исемле малай урманға ял итергә сыҡҡан. Тирә-яҡтың тәбиғәте менән һоҡланып китеп барғанда, ҡош тауыштары ишетеп ҡала. Динар ҡоштарҙы өркөтмәҫ өсөн ипләп кенә баҫып шул яҡҡа барһа, ҡанаты яраланған ҡошто күреп ҡала. Бахыр ҡошсоҡ һыңар ҡанаты менән ни тиклем талпынып осорға маташмаһын, файҙа булмай. Динар уны һаҡ ҡына ҡулына ала, яралы ҡанатын ипләп тотоп, өйөнә алып ҡайта. Өйҙә ул атаһы менән бергә яралы ҡанатты бәйләп, ҡағыҙ ҡатырға эсенә ултыртып, ҡошсоҡто тәрбиәләй башлай. Уға ем, икмәк валсыҡтары һала, һыу ҡоя. Ҡошсоҡ та Динарға эйәләшә, уның мәктәптән ҡайтыуын сырылдап көтөп ала.

Бер нисә көн үткәс, Динар ҡошто иреккә ебәрергә була. Ҡошсоҡ малайҙың яурынына ултырған да кеше шикелле һөйләшә башлаған, имеш. Малай уға аптырап, ауыҙын асып ҡарап тора, ти. Шул ваҡыт ҡош:

- Һин мине ҡотҡарған өсөн өс теләгенде үтәйем, - тип әйтте, ти. Ә Динар күптән уйынсыҡ робот тураһында хыяллана ине, уйлап та өлгәрмәне, кескәй дуҫы ҡанаты менән елпеүе булды, өҫтәл өҫтөндә робот килеп сыҡты. Динар аптырап, үҙ күҙенә ышанмай тора, имеш.

- Икенсе теләгең ниндәй? - тип һораны ҡошсоҡ. Динар:

- Күп итеп туңдырма алып кил! - тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ҡош тағы һынып йүнәлгән ҡанатын елпеүе булды, өҫтәл тулы туңдырма барлыҡҡа килде, ти.

- Йә, өсөнсө теләгең ни булыр?- тип һораны ти, ҡошсоҡ.

Динар өсөнсө теләген һуңғыға ҡалдырып торҙо, ә үҙе уйынсығы менән маҡтанам тип, роботын мәктәпкә алып барҙы. Тик бер ҙә күптән хыялланған уйынсығын иптәштәренә биргеһе килмәне, боҙоп ҡуйыуҙарынан ҡурҡты. Дуҫтары, үпкәләп, Динарҙан ситләште.

Өйгә ҡайтҡас Динар бер ҡап туңдырманы үҙе генә ашайым тип, һеңлеләренә, ҡустыларына ла бирмәне. Шул тиклем туңдырманы ашап та бөтә алманы, уның тамағы шешеп сыҡты, хатта һөйләшә алмай ятты. Ә ҡусты-һеңлеләре, үпкәләп, уның янына хәлен дә белергә инмәне, ти. Динар бүлмәһендә бер үҙе ятты, ти.

Шул ваҡытта Динар өсөнсө теләге әле үтәлмәгәнен иҫенә төшөрә һәм ҡошсоҡто янына саҡыра. Уға ҡарай ҙа:

- Минә робот та, туңдырма ла кәрәкмәй, миңә дуҫтарым һәм туғандарым кәрәк,- тип әйкән ти. Ҡоштоң ҡанат елпеүе була, өҫтәл өҫтөндәге робот та, малай ашағандан ҡалған туңдырмалар ҙа юҡҡа сыҡты, ти. Күп тә тормай, Динарҙың хәлен белергә бер-бер артлы дуҫтары килә башлаған. Ә ҡусты-һеңлеләре ағаларының шәбәйеүен түҙемһеҙләнеп көтөп, төрлөсә ярҙам иттеләр, ти.

Шул көндән алып Динар донъяла дуҫ һәм туғандарҙы бер нимә лә алмаштыра алмағанына ышанған, ти. “Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын” тигән мәҡәлде лә Динар уйлап сығарғандыр әле!

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: