+18 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар

Телен урлатҡан ҡуян (Әкиәт)

Бәләкәй балаға туған телдең кәрәклеген, мөһимлеген нисек аңлатырға? Әлбиттә, әкиәт аша!  

Телен урлатҡан ҡуян (Әкиәт)
Телен урлатҡан ҡуян (Әкиәт)

Борон-борон заманда бер ҡара урман эсендә айыуҙар, бүреләр, ҡуяндар, төлкөләр һәм башҡа йәнлектәр ғаиләләр булып йәшәгән. Айыуҙарҙа – айыу, бүреләрҙә – бүре, ҡуяндарҙа ҡуян ҡаны аҡҡан. Һәр йәнлек үҙ телендә генә аңлашҡан. Бер ҡуян балаһы ғына үҙенең ҡуян булыуы менән риза түгел икән. Уның айыу булғыһы килгән! Айыуҙар аҡыллы, көслө, бер нәмәнән дә ҡурҡмайҙар, тип уйлаған. Был турала әсәһе менән атаһына ла әйткән. “Кәрәкмәй миңә ҡуян телегеҙ ҙә, ҡуян ҡанығыҙ ҙа!” - тигән ул. Өй эргәһенән үтеп барған хәйләкәр төлкө уны ишетеп ҡалған да: “Ә-ә-ә-ә, шулаймы әле!” - тип, ҡуяндың телен урлаған да ҡуйған.
Ҡуян иртән әсәһенең йомшаҡ, иркә ҡулдары менән ҡағылыуына уянып киткән. Әсәһе уға йылмайып нимәлер әйтә, тик Ҡуян уны бөтөнләй аңламаған. “Әсәй, һин ҡайһылай ҡыҙыҡ һөйләшәһең!” - тип көлөргә тотонған. Уның ни әйткәнен әсәһе төшөнмәгән, сөнки улыҡайы айыу телендә һөйләгән шул...
Ҡуян әсәһен дә, атаһын да, туғандарын да аңламаған. Туған теле шулай сит телгә әйләнгән. Башта ҡыҙыҡ булһа ла, аҙаҡ ҡайғыра башлаған: хәҙер уларға нимә эшләргә һуң?!
Ҡуян айыуҙарса һөйләшкәс, улар нимә эшләгән, шуны ҡабатлаған, уларса уйнарға тырышҡан. Әммә, күпме генә маташмаһын, айыуға әйләнә алмаған ул, айыуҙар араһында үҙен гел артыҡ тойған. Улары ла үҙҙәре араһында йөрөгән ҡуянға ситнәтеп ҡараған. Ә өйҙә... Ә өйҙәге хәлдәр тағы ла ҡатмарлыраҡ булған. Элекке кеүек “әсәй!” тип әсәһен ҡосаҡлап алырға ынтыла, тик әйткәне айыуса килә лә сыға. Ҡуян телен онотҡас, ағай-апайҙары, һеңле-ҡустылары менән дә уйнай алмаған, ситтән күҙәтеп кенә йөрөгән. Байрамдарҙа ла ҡуян телендә рәхәтләнеп йырлап, шиғырҙар һөйләп, бейемәгән, ҡарап ҡына ултырған. Тиҙҙән япа-яңғыҙ ҡалған. Ул үҙенең ни ҡуян, ни айыу булмағанын аңлаған. Тамырҙарынан ҡуян ҡаны аға, ә теле – айыуҙыҡы. Үҙенең хатаһын аңлаған, хатта ата-әсәһе менән һөйләшер өсөн яңынан ҡуян телен өйрәнеп тә маташҡан, әммә бер ҙә килеп сыҡмаған.
Ҡуян ҡайғырып көн дә илаған, ябығып бөткән. Көҙгөләге үҙенә ҡарап: “Зинһар, үҙ телеңлә һөйләш!”- тип ялбарған. Әсәһе менән атаһы уны ниндәй генә табиптарға алып бармаған, әммә һөҙөмтә булмаған. Ҡуяндың ҡайғыһын Айыуҙар башлығы күреп йөрөгән. Бер көн Ҡуянға һүҙ ҡушҡан.
- Улым, - тигән ул. - Ни эшләп улай илайһың? Һине берәйһе рәнйеттеме әллә?
Ҡуян тағы ла нығыраҡ илаған:
- Мин үҙемдең телемдән баш тарттым, шуға Төлкө, һиңә барыбер кәрәкмәй, тип уны тартып алды.
- Һин бит үҙең теләп баш тартҡанһың, үҙең айыуҙар һымаҡбуйләшергә теләгәнһең, тимәк, ҡыуанырға тейешһең, - тигән Айыу.
- Мин ныҡ яңылышҡанмын! Миңә үҙемдең телем бик ныҡ кәрәк! Ул бит әсәйем менән атайымдың, туғандарымдың теле. Минең улар менән һөйләшкән, шиғырҙар һөйләгән, йырлаған телем! Ә айыуҙар һөйләгән шиғырҙар ҙа, улар йырлаған йырҙар ҙа ят миңә, сит. Уларҙы һис аңламайым...
Үҙендә ҡуян ҡаны аҡҡанын, уның туған теле ҡуян теле икәнен аңлаған Ҡуян-малай өсөн Айыу бик һөйөнгән.
- Шулай, һәр кем иң тәүҙә үҙ телен белергә бурыслы. Ҡуяндарҙа аҡҡан ҡанға һинең телең, тарихың, йолаларың ҡушылып аға. Шуға ла һиңә ҡуяндарға ҡағылышлы бөтә нәмә лә яҡын, уларҙы яҡшы аңлайһың. Беҙҙең – айыуҙарҙың – үҙебеҙҙең тарихыбыҙ, йолаларыбыҙ бар. Уларҙы беҙ генә яҡшы аңлайбыҙ. Төлкөләрҙең дә, бүреләрҙең дә, башҡа йәнлектәрҙең дә шулай.
Айыу Ҡуяндың телен урлаған Төлкөнө саҡырып алған да, телен кире ҡайтарып бирергә ҡушҡан.
Шунан һуң айыу: “Беҙ бер урманда йәшәгәс, бер-беребеҙҙе аңлап, ихтирам итеп, ярҙам итешеп йәшәргә тейешбеҙ. Быны бер-беребеҙҙең телен өйрәнеүҙән башлайыҡ. Сөнки тел – ул аралашыу ҡоралы”, - тигән дә, хайуандарға йәнлектәрҙең телен өйрәнеү буйынса фарман сығарған. Йәнлектәр тағы ла татыуыраҡ йәшәй башлаған, берҙәмерәк булып киткән.
Ә әсәһенә яңынан “әсәй!” тип әйтә алғанына шатланған ҡуяндың әсәһе менән һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәгән.

Гөлнара МОСТАФИНА.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: