Тап-топ, тап-топ килгән тауышҡа түҙә алмай ажғырып килеп сыҡҡан ти айыу.
— Эй, бабай, ниңә йоҡо бирмәйһең? Бындай һыуыҡ көндәрҙә нимә ҡарап йөрөйһөң?
Ә Ирмәк ҡарт элекке танышын күреп, йылмайып һүҙ башлаған:
— Бына кисә баҙарға барҙым. Унан ошо балтаны алдым. Ул ябай түгел — тылсымлы. Кемдәр уны тота — ҡышын һыуыҡ белмәҫ, ас тамаҡтан үлмәҫ. Бына ошоно һынап ҡарарға килдем.
Айыу иркенләп баҫып:
— Шунан йылындыңмы?
— Эйе.
— Ҡана уны бир әле. Ҡосаҡлап ятып йоҡлайым.
— Былай ғына йылынмай ул. Иң тәүҙә үҙен ҡыҙҙырыр кәрәк. Унан инде файҙаһы ла тейә.
— Яҡ усаҡты, унда уны һалайыҡ.
— Юҡ инде, тайыш табан. Һин мине аңламайһың. Ана урман, шундағы ағастарҙы биш саналыҡ йыҡһаң, өйөмә ташып илтһәң, бына йылыһы етер бер йылға, рәхәтләнеп йоҡларға.
Айыу тыңлап бөтмәгән, ағас йыға башлаған. Һәр йыҡҡанын санаға тейәп, әй, йортона ташыған. Был эшкә ҡарт кинәнгән, тайыш табан арыған, өңөнә саҡ-саҡ барып етеп ҡарттың балтаһын ялай-ялай ҡаты йоҡоға талған. Эй, Ирмәк бабай ирмәк инде, хәйләкәр генә йылмайып:
— Был утындан алырмын тағы биш балта.