Күпмелер ваҡыт үткәс, ике яҡташ һабан яңынан осрашҡандар. Иген игеүселәге һабан көмөштәй ялтырап, оҫтаханалағыға ҡарағанда ла матурыраҡ булып киткән, ти. Ә теге кибеттә буш көн үткәргән һабан ҡарайып, тутығып бөткән.
- Әйтсе, зинһар, ниңә һин шулай ялтырап тораһың ул? - тип һораған үҙенең күптәнге танышынан тутығып бөткән һабан.
- Эшләгәнгә, ҡәҙерлем, - тип яуап биргән теге. - Ә һин эшһеҙ тик ятыуҙан тутыҡҡанһың, насарланғанһың шул.
(Константин Ушинский)