+21 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
25 Ғинуар 2022, 20:13

ЯЛҠАУ КӘЗӘ

* * * Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер бабай. Уның берҙән-бер малы - кәзәһе булған. Кәзәнең ялҡаулығына - иҫ китерлек. Уйнамай, һикермәй, хатта бесәнгә эйелергә лә иренә икән.


Бабай уны һыу эсерергә лә мөгөҙөнән һөйрәп алып бара. Бер көн шулай, һалҡын ҡышҡы көндә, кәзә мәкегә һыу эсергә эйелә. Һыу эсә башлай. Эй, эсә был, эй эсә, һис туймай, ти.
Бабай көтә лә көтә. Көтөп арығас:
- Кит, йүнһеҙ, ниңә шул тиклем эсәһең? Шартлайһың бит хәҙер! - тип тегенең мөгөҙөнән тартып ҡарай. Баҡһаң, кәзәнең һаҡалы боҙға ҡуша туңған икән. Бына нәмә эшләтә ул ялҡаулыҡ!

(Башҡорт халыҡ әкиәте.)

ЯЛҠАУ  КӘЗӘ
ЯЛҠАУ КӘЗӘ
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: