+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
2 Декабрь 2021, 20:52

Нәсимә ҒАЙСИНА Ниңә шыршы йәшел?

ӘкиәтБорон-борон заманда йәйҙәр үтеп киткәс, Ел ағас япраҡтарын көҙ айының төҫтәренә буяп сығырға булған, ти.Ул ҡайын, имән, йүкә ағасының япраҡтарын һап-һары төҫкә  буяған, ә уҫаҡ япрағын ҡыҙыл төҫкә манған. Көҙгө урман яҡтырып киткән, ти.

Нәсимә ҒАЙСИНА Ниңә шыршы йәшел?
Нәсимә ҒАЙСИНА Ниңә шыршы йәшел?



Артабан Ел ылыҫлы урмандарға барып ингән. Тик Ҡарағас һис тә генә төҫөн үҙгәрткеһе килмәгән, ылыҫтары менән Елде һуҡҡыслаған, ти. Ел ныҡ асыуланған. Ҡарағасты тирә-яғынан уратып алған да, буяп сыҡҡан. Буярға ҡамасаулағас, ағастың ылыҫтары һап-һары ғына ла булмаған икән. Елдең буяуҙары түгелеп тә бөткән. Шыршы ағасын буярға бөтөнләй һары буяҙары ҡалмаған, ти. Шыршы би-и-ик моңайған. Уның ҡайын япраҡтары кеүек һары төҫкә инеп, көҙгө урманды йәмләгеһе килгән.
Елгә Шыршының яҡшы күңелле булғаны оҡшап ҡалған да, былай тигән:
– Көҙ айына йәшел төҫ тә кәрәк. Хәҙер һинең ылыҫтарыңды бөҙрәләтеп, ҡабартып тарап сығам. Ҡыш көндәрендә лә йәшел көйө булырһың.
Йыл да кешеләр Яңы йыл байрамын үткәрә. Һин уларҙың байрамында, иң-иң түрҙә, йәм-йәшел булып ҡупшы ултырырһың, тигән. Шыршы риза булған.
Шунан алып кешеләр Яңы йыл байрамына Шыршы ҡуя башлаған, ти. Ылыҫтарына матур-матур уйынсыҡтар элгәндәр. Бигерәк тә балалар Шыршыға шат булған. Уның тирәләй күңелле йырҙар йырлағандар, бейегәндәр.
Шыршы йәм-йәшел ылыҫтарының хуш еҫтәрен таратып, һауаны сафландырған да, ти.
Шулай итеп Шыршы, йыл әйләнәһенә, йәшел төҫтә ҡалыуына бик ҡәнәғәт ҡалған, ти.

 
(Нәсимә ҒАЙСИНА)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: