+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
28 Ноябрь 2021, 15:41

Аҡылға ултырған Аҡҡуян (әкиәт)

Был әкиәт әсәйҙәргә бағышлана. Әсәйҙе донъяла бер кем дә алыштыра алмай...

Аҡылға ултырған Аҡҡуян (әкиәт)
Аҡылға ултырған Аҡҡуян (әкиәт)

Гөлнара МОСТАФИНА. 

Борон-борон заманда, ҡараларҙан-ҡара ҡуйы урманда, бик тә һылыу ҡуян балаһы йәшәгән. Ҡояш нурҙарында йылҡылдап торған ап-аҡ кейеме өсөн уны Аҡҡуян тип йөрөткәндәр. Үҫкән һайын ул матурлана ғына барған. Быны ҡуянҡай яҡшы белгән, шуға, танауын күккә сөйөп, гел маһайып йөрөгән, ти. Ә әсәһе оло, етмәһә, аҡһаҡ та булғанға, ғәрләнгән.

Бер көндө маҡтансыҡ:

- Минең кеүек һылыуҙың әсәһе ямаҡай булырға тейеш түгел! Үҙемә йәш, матур әсәй эҙләйем! - тип сығып киткән.

Урманда уға айыу осраған.

- Айыубикә апай, миңә әсәй булаһыңмы?

Айыу ҡыуанып риза булған: уның шул тиклем дә һылыу ҡыҙы буласаҡ! Аҡҡуянды өйөнә алып ҡайтҡан.

Оҙаҡ та үтмәгән, Аҡҡуян ялҡҡан был өйҙән. Баҡтиһәң, хужаларҙың ашағаны тик бал икән Ә ҡуян балды бөтөнләй яратмаған. Айыу апайҙың иркәләүе лә оҡшамаған. Һыйпайым тип, ҡулын ҡуян-ҡыҙыҡайҙың башына һалһа:

- Их, ҡайҙа икән әсәйемдең йомшаҡ ҡулдары!.. - тип илай икән.

Түҙмәгән Аҡҡуян, берҙән-бер көндө ул өңдән сығып ҡасҡан. Әсәй эҙләп, һикерә-һикерә урман буйлап киткән.

Бүре осраған.

- Бүребикә апай, миңә әсәй бул әле?

Урмандың иң һылыу кейегенең үтенесен кире ҡаға алмаған бүре. Шул көндән башлап, Аҡҡуян уны “әсәй” тип йөрөтә башлаған.

Бүре көн дә үҙ балаларын һунарға алып сыға, ҡайҙан, нисек ризыҡ табырға, йән аҫрарға өйрәтә икән. Әмәл юҡ, Аҡҡуян да уларға эйәргән. Әммә бүре балалары кеүек ит ашарға өйрәнә алмаған, шуға көн һайын аслы-туҡлы йөрөгән. Әсәйһенең тәмле аштарын һағынып, төндәрен илаған.

Бынан да сығып китергә мәжбүр булған ҡуян балаһы. Тыуған өйөнә ҡайтайым тиһә, юлды иҫләмәй икән. Шыңшый-шыңшый китеп барғанда, уға Төлкө осраған.

- Бәәәй, ҡайҙа китеп бараһың былай? Нишләп илайһың?

- Мин аҙаштым. Яңы әсәй эҙләп сығып киткәйнем, тапманым. Әсәйемә ҡайтҡым килә! - тигән Аҡҡуян.

Төлкө тирә-яғына ҡаранып алған: “Урманда яңғыҙы ғына йөрөгән был ҡуянды урларға кәрәк, бер кем дә күрмәйәсәк!” - тип уйлаған ул.

Төлкө йәлләгән ҡиәфәт менән Аҡҡуянды ҡосаҡлап алған:

- Эй бахырҡайым! Хәҙер төн етә, өйөңдө таба алмаҫһың инде, ә урманда ҡурҡыныс,әйҙә мин һинең әсәйең булайым!

Иркәләнеүгә, йомшаҡ һүҙгә һыуһаған ҡуян балаһына йән ингәндәй булған, ул төлкөгә эйәреп киткән. Кис еткәс, төлкөнөң яғымлы тауышын тыңлап, тәмле йоҡоға талған.

Төн уртаһында Аҡҡуян уянып киткән дә һыу эсергә барған. Шул мәл ишек асылып киткән дә төлкө килеп ингән.

- Ныҡ сибәрһең, ныҡ тәмлеһең! - тип һөйләнә-һөйләнә ҡуян балаһының карауатына бара башлаған.

Буш карауатҡа һикереүе була, аҡылына килгән ҡуян балаһы асыҡ ишектән туп кеүек тышҡа атылған.

Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй сабып китеп барғанында, нимәгәлер эләгеп, ҡолап киткән. Шул ваҡыт:

- Ауырттымы, балам? Тора һал тиҙерәк... - тип әсәһе уны күтәреп алған. Ул көнө-төнө ҡыҙын урманда эҙләп йөрөгән икән.

- Әсәй, әсәкәйем минең! - тип Аҡҡуян әсәһен ҡосаҡлап алған. - Һин донъялағы иң яҡшы, иң матур, иң яғымлы, иң йомшаҡ әсәй!..

Ошонан һуң Аҡҡуян эреленен ташлаған, аҡыллы, тәртипле ҡыҙыҡай булып киткән, ти.

 

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: