+1 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
13 Ноябрь 2021, 22:45

Илек рәхмәте (әкиәт)

- ... Ереккәй, миңә үҙеңдең күләгәңдә бәрәсләргә рөхсәт итһәңсе. Ә мин һиңә изге теләктәр теләр инем, - тигән.- Юҡ, юҡ! Һин минең эргә-тирәмде тапап, бысратып бөтәсәкһең! Ботаҡтарыма ҡоштар ҙа ҡунып һайрамаҫ! - тигән Ерек.Илектең хәтере ҡалған. Уйлана-уйлана ары киткән. "Ярай, мин урын табырмын... Ә һинең тамырың һыу эсендә булһа ла, ос яғың һәр саҡ ҡороған булыр, бер ҡош та һайрар өсөн һиңә ҡунмаҫ, эргә-тирәңдә үлән дә үҫмәҫ..."

Илек рәхмәте (әкиәт)
Илек рәхмәте (әкиәт)

Борон бер урманда бик матур кейек - Илек тигән йәнлек йәшәгән. Уның урмандағы башҡа йәнлектәргә лә, ҡош-ҡортҡа ла бер зыяны теймәгән. Үҙе бик матур йәнлек булған Илек - урмандың биҙәге булған, ти. Уға һоҡланмаған берәү ҙә юҡ, ти.
Бына бер саҡ, яҙҙың матур, йылы, сыуаҡ көнөндә, Илеккә бәрәсләргә мәл еткән. Ә тәбиғәт шул тиклем матур, ти. Ҡоштәр сутылдаша, йәш япраҡтар елберҙәшә, йәп-йәшел йомшаҡ үлән араһындағы аллы-гөллө сәскәләр өҫтөндә матур-матур күбәләктәр оса, ти.
Илек үҙенә яйлы урын эҙләп, йылға буйында үҫеп ултырған Ерек янына килгән.
- Ереккәй, миңә үҙеңдең күләгәңдә бәрәсләргә рөхсәт итһәңсе. Ә мин һиңә изге теләктәр теләр инем, - тигән.
- Юҡ, юҡ! Һин минең эргә-тирәмде тапап, бысратып бөтәсәкһең! Ботаҡтарыма ҡоштар ҙа ҡунып һайрамаҫ! - тигән Ерек.
Илектең хәтере ҡалған. Уйлана-уйлана ары киткән. "Ярай, мин урын табырмын... Ә һинең тамырың һыу эсендә булһа ла, ос яғың һәр саҡ ҡороған булыр, бер ҡош та һайрар өсөн һиңә ҡунмаҫ, эргә-тирәңдә үлән дә үҫмәҫ".
Илек урман аҡланында үҫеп ултырған һылыу аҡ Ҡайын янына килгән.
- Ҡайынҡай, миңә үҙеңдең күләгәңдә бәрәсләргә рөхсәт итһәңсе. Ә мин һиңә изге теләктәр әйтермен, - тигән.
- Юҡ, юҡ! Һин минең тирә-яғымды тапап, бысратып бөтөрһөң, балаларың минең йәшел япраҡтарымды ашар! - тигән Ҡайын.
Ҡайынға ла Илек бер һүҙ ҙә әйтмәгән, уйлана-уйлана ары киткән. "Ярай, мин урманда урын табырмын әле. Ә һинең йәш ботаҡтарыңды кешеләр һындырыр, бәйләп ҡуйып, киптерер, эҫе һыуға тығып бешерер, эҫе быуға тотоп ҡыҙҙырыр. Кәрәктәре бөтһә, утҡа һалырҙар..."
Илек урман ситендә генә үҫеп ултырған алмағас янына килеп туҡтаған. Ары китергә хәле булмаған Илектең.
- Алмағасҡай, миңә үҙеңдең күләгәңдә бәрәсләргә рөхсәт итһәңсе. Арыным, хәлем бөттө, ә мин һиңә изге теләктәр теләрмен, - тигән.
Алмағас рөхсәт иткән. Илек шунда бәрәсләгән. Ылағын* ялап киптергән, имеҙгән. Китер саҡта алмағасҡа рәхмәт әйткән һәм ошолай тигән:
- Яҙ һайын ап-аҡ сәскәгә күмелеп ултыр, ботаҡтарыңа ҡунып, ҡоштар һайраһын! Бынау ваҡ ҡына әсе емештәрең ҡып-ҡыҙыл, эре, татлы булып бешһендәр, уларҙы кешеләр ҙә, ҡоштар ҙа, кейектәр ҙә ашаһын. Һине бөтәһе лә яратһын! - тип теләктәр әйткән.
Илектең бөтә теләктәре лә, шулай итеп, үтәлгән.
Изгелек эшләһәң генә үҙеңә изгелек әйләнеп ҡайта бит ул.
* Ылаҡ - илек бәрәсе. ( Илек - ылаҡ.)

Таңһылыу ВӘЛЕЕВА.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: