+24 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
7 Октябрь 2021, 20:10

ҺАНДУҒАС. Әкиәт

Борон заманда йәшәгән, ти, бер батша. Уның һылыу ҡыҙы булған, ти. Исеме булған, ти, Һандуғас. Кешеләр уның матурлығын ишетеп тә белгәндәр, ә күргәндәре иҫе-аҡылы китеп һөйләр булған, ти.Атаһы ҡыҙҙы юғалтыуҙан ҡурҡҡан, сөнки ҡыҙы көн дә кис ҡошҡа әйләнеп осоп йөрөр булған, ти...

ҺАНДУҒАС. Әкиәт
ҺАНДУҒАС. Әкиәт

Борон заманда йәшәгән, ти, бер батша. Уның һылыу ҡыҙы булған, ти. Исеме булған, ти, Һандуғас. Кешеләр уның матурлығын ишетеп тә белгәндәр, ә күргәндәре иҫе-аҡылы китеп һөйләр булған, ти.
Атаһы ҡыҙҙы юғалтыуҙан ҡурҡҡан, сөнки ҡыҙы көн дә кис ҡошҡа әйләнеп осоп йөрөр булған, ти. Ҡыҙымды яҡшы кешегә кейәүгә бирһәм, ҡош булып оса торған холҡон ташлар, моғайын, тип уйлаған батша. Оҙаҡ уйлағандан һуң:
- Кем дә кем ярышта еңеп сыға, шуға ҡыҙымды кейәүгә бирәм, - тигән.
Ярыш өс өлөштән торған: уҡтан атыу, көрәшеү һәм ҡурайҙа уйнау. Был ярышта Иҙел исемле баһадир егет еңеп сыҡҡан. Батша һүҙен тотҡан: ҡыҙын уға кейәүгә биргән. Йәштәр матур итеп йәшәп киткәндәр.
Ләкин бер көн быларға ҡайғы килгән. Алыҫ юлдан килеп ултырған Иҙелде юлбаҫарҙар үлтереп киткән. Халыҡ уларҙы йәлләп бик оҙаҡ илаған. Һандуғас та бик ҡайғырған. Уның күҙ йәштәре субырҙап ағып тик торған. Шул тирәлә шишмә атылып сыҡҡан да аға-аға ҙур йылғаға әйләнеп киткән. Халыҡ уны Иҙел тип атаған. Һандуғас, ҡошҡа әйләнеп, өйөнән мәңгелеккә осоп сығып киткән. Ҡайғыһынан һап-һары, еп-еңел булып ҡалған, ти. Иҙел йылғаһы буйындағы таллыҡҡа барып, ҡунып һайрар булған. Әле лә Ағиҙел йылғаһы буйындағы таллыҡта һайрай, ти, Һандуғас. Һайрай-һайрай өҙөлөп-өҙөлөп саҡыра, ти, үҙенең һөйгәнен, төнөн дә, көнөн дә һайрап саҡыра, ти...

Әкиәтте Учалы районының С.Ш Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейы уҡыусыһы Эльвина Фәйрушина үҙенең өләсәһе Дилара Садретдинованан яҙып алған.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: