+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
24 Сентябрь 2021, 18:35

Нәсимә ҒАЙСИНА

ТӨЛКӨ — КӨЛКӨ(Әкиәт)Төлкө апай һалып алғанБер ҡосаҡ көлкө бөгөн,Юлға сыҡҡан тауыҡтарға,Күтәрә саҡ-саҡ йөгөн.Апрель шулай башлана бит,Шаяралар бары ла,Ысын булған хәл-ваҡиғаБер көлкөгә борола.

Нәсимә ҒАЙСИНА
Нәсимә ҒАЙСИНА



Сират етте Төлкөгә лә
Тауыҡтарын һыйларға,
Көлкө көндө мәҙәк табып,
Тауыҡтарға йырларға.
Ҡыш буйына ризыҡ булды
Аҡ тауыҡтар төлкөгә,
Кетәк бер аҙ бушап ҡалған —
Һиҙмәнесе бер кем дә...
Кәрәгер тип яҡшы үрсем
Күстәнәсен таратыр,
Һалып алды тарыһын да —
Себештәре яратыр.
Береһен дә ҡалдырмайса,
Бирҙе бүләк мул ғына.
Ҡыш та өлөш көтөгөҙ, тип,
Ул йылмайҙы мут ҡына.
Аҡ тауыҡтар ҡанат ҡағып,
Хуп күрҙеләр был эште:
«Тырышырбыҙ йыл буйына,
Йәлләмәбеҙ бар көстө!»
«Һеҙҙе күреп тауыҡтарым
Күтәрелде күңелем,
Төлкө булғас, хәйләм дә бар,
Тик зыянлы түгелмен.
Күҙем төштө йәш тауыҡҡа,
Кәләш итеп алайым,
Бер тиҫтәләй себеш баҫҡан —
Бергә алып ҡайтайым».
Туй ҡорҙолар бик шәп итеп,
Төлкө әйтте таҡмағын:
«Минең хәйләм, тауыҡтарым,
Бер үк һеҙгә йоҡмаһын!»
Уйын ҡорҙо шундай оҫта,
Бороп мәҙәк-көлкөгә:
«Минең менән уңырһығыҙ,
Ышанмағыҙ бер кемгә!»
Ҡайтыр юлға сыҡты төлкө,
Өйҙә күп, тип, эштәрем.
Йәш кәләшен ҡултыҡланы,
Эйәртеп себештәрен.
Аҡ тауыҡтар бүләк итте
Ҙур әтәсте төлкөгә.
Хөрмәт итмәй тороп ҡалһаҡ,
Ҡалырбыҙ ҙа көлкөгә.
Көлкө көнө һеҙгә минән
Мәҙәк булыр әҙер, тип,
Һаубуллашты төлкө ихлас,
Туғанлаштыҡ хәҙер, тип.

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: