+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
17 Сентябрь 2021, 18:25

ИЛБӘК БАТЫР МАЖАРАЛАРЫ. ЮХАНЫ ЮҠ ИТЕҮ

Төпһөҙ ятыуға эйәләшеп, әҙәм йотоусы һыу ҡапланын еңгәндән һуң Илбәккә батыр исемен ҡушып йөрөтә башлайҙар. Ул һаман да тауҙарға китеп яратҡан эше менән шөғөлләнә - һарыҡ көтә. Шулай йәшәп ятҡанда Далалар иленән сапҡын килеп төшә. Көтөүлек һәм сәсеүлек ерҙәр төн эсендә кәмеп, әкренләп ишелеп ятҡан ҡомлоҡҡа әйләнә бара, ти. Көн һайын иртән кемдеңдер ашлыҡ баҫыуы йә көтөүлеге ҡомлоҡҡа әйләнгән була. Ялан халҡы Илбәк батыр хаҡында ишеткән булған икән.

ИЛБӘК БАТЫР МАЖАРАЛАРЫ. ЮХАНЫ ЮҠ ИТЕҮ
ИЛБӘК БАТЫР МАЖАРАЛАРЫ. ЮХАНЫ ЮҠ ИТЕҮ

Төпһөҙ ятыуға эйәләшеп, әҙәм йотоусы һыу ҡапланын еңгәндән һуң Илбәккә батыр исемен ҡушып йөрөтә башлайҙар. Ул һаман да тауҙарға китеп яратҡан эше менән шөғөлләнә - һарыҡ көтә. Шулай йәшәп ятҡанда Далалар иленән сапҡын килеп төшә.

Көтөүлек һәм сәсеүлек ерҙәр төн эсендә кәмеп, әкренләп ишелеп ятҡан ҡомлоҡҡа әйләнә бара, ти. Көн һайын иртән кемдеңдер ашлыҡ баҫыуы йә көтөүлеге ҡомлоҡҡа әйләнгән була. Ялан халҡы Илбәк батыр хаҡында ишеткән булған икән.

Хәбәр килгәс, батыр юлға әҙерләнә башлай. Кәләше лә уға уны-быны әҙерләп йүгереп йөрөй. Әҙерләнеп бөтөп кейәүе атҡа менгәс, йәш кәләш уға үтә күренмәле яулыҡ һуҙа:

- Бына был яулыҡ минең күҙ нурымдан һәм йөрәк йылымдан туҡылған. Ҡылыс ярҙам итмәгән ерҙә шул яулыҡ ярҙам итер, - ти ул.

Илбәк батыр Далалар иленә юл ала. Бейек, текә тау һуҡмаҡтарын артылып, йәйрәп ятҡан киң далаға килеп сыға. Дала буйлап елдерә башлай. Кинәт уның алдында ебәк сатыр пәйҙә була. Сатырҙан әйтеп килештергеһеҙ һылыуҙарҙан-һылыу ҡыҙ сыға:

- Егет, арып, сарсап килгәнгә оҡшағанһың. Әйҙә, инеп һыуһын ҡандырып, тамаҡ ялғап сыҡ, -ти. Үҙе күҙ сағылдырғыс итеп йылмая, ти. Был йылмайыуҙан егеттең башы әйләнеп, күҙе ҡамаша башлай. Эйәренән төшөп, атын тышаулап далаға ебәрә.

Хужабикә уның алдына күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ашамлыҡтар теҙеп ҡуйып һыйлай башлай. Илбәк батыр ашай ҙа ятып йоҡлай. Иртән уянғас, үҙенең ниндәй йомош менән йөрөүен онотоп, тағы ашарға ултыра. Унан ары егеттең тормошо ашау һәм йоҡлау булып дауам итә.

Сихырсы ҡыҙ үҙенең сихырлы аштары менән уның бөтөн аҡылын, уй-хистәрен оноттора. Илбәк батыр ҡорһаҡ үҫтереп ятыуын белә. Ә сибәр ҡыҙ Юха булып сыға. Ул үҙенең мәкерле эшен дауам итә. Батыр үҙенең һуғыш кейемдәре яндырылыуын, ҡылысының зәһәр бер шыйыҡсаға һалынып үтмәҫһеҙләнеүен белмәй әле.

Бер көн, ҡыҙ сатырҙа юҡ саҡта, эшһеҙлектән эсе бошоп аунап ятҡан ваҡытта ҡултыҡ аҫтына ҡаты төйөр төртөлөп, ауырттырып ала. Әллә бәләкәй таш эләккәнме, алып ташлайым әле, тип уйлаһа, таш сепрәккә төйнәлеп тегеп ҡуйылған, ти. Ул күлдәген сисеп, ташты һүтеп ҡулына ала. Ташҡа ҡулы тейеүе була, хәтере кире ҡайта. Теге

ваҡыт һыу ҡапланына ҡаршы көрәштә йөҙйәшәр әбей биргән сихырҙан, арбауҙан һаҡлаусы зөбәржәт ташы булып сыға ул. Батыр үҙенең ниндәй хәлгә төшөүен аңлай. Ҡуйынына тегелгән кеҫәләге яулыҡ та иҫенә төшә. “Аһ, бына нимә эшләгән ул! Мәкерле сихыр тоҙағына төшкән бит!”

Күңеле менән сихырсы ҡыҙҙың яҡынайыуын һиҙә. Йоҡлаған кеше булып күҙен йома. Ҡыҙ сатырға килеп инә лә эйелеп егеткә ҡарай. Уның тынынан һаҫыҡ еҫтәр бөркөлөп ҡала. Илбәк батырҙы йоҡлай тип уйлап, даланан йыйып алып ҡайтҡан ат, һыйыр, һарыҡ тиҙәктәренән аш хәстәрләй башлай. “Ай буйы бына нимәләр ашап ятҡан Илбәк батыр! Хурлығы ни тора!” Һөйгәне бүләк иткән яулыҡ аша ҡараһа, һыйҙар тиҙәк булып, һылыу ҡыҙ ҡот осҡос мәскәй булып күренә икән дә.

Илбәк батыр атылып тора ла Юханың башына яулыҡты ҡаплай. Хәшәрәт йән эйәһе ҡотолмаҡ булып бар көсөнә тулай, шыуып сығырға маташа. Батыр ныҡлап тотам тиһә, тәне шыуып тик тора, ти. Ни тиклем тыпырсынһа ла, үҙе бәләкәйләнә бара, ысҡынырға маташҡан һайын егет яулыҡҡа урай бирә. Инде юҡҡа сыҡты тип, яулыҡты яҙып ебәрһә, аҡай күҙле бер әрмәнде “лап” итеп ҡолап төшөп, үлән араһына инеп юғала.

Шул көндән башлап ерҙәрҙең ҡомға әүерелеүе туҡтай. Юха баҫҡан ерҙәр ҡомға әйләнә барған икән. Батыр бер нисә көн әрмәнде яңынан Юхаға әйләнмәҫме тип көтөп ята. Был яуыз мәңгегә әрмәнде булып ҡала. Илбәк батыр дала халҡына барып, уларҙың яуыз Юханан ҡотолоуҙарын хәбәр итә. Халыҡ уны рәхмәттәр уҡып, хөрмәтләп оҙатып ҡала.

Тәскирә ДАЯНОВА. 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: