+18 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
15 Сентябрь 2021, 22:03

ИЛБӘК БАТЫР МАЖАРАЛАРЫ. Һыу ҡапланы

Борон-борон заманда тауҙар араһында бер ауыл булған. Ауыл ауыл инде, кешеләр йәшәйҙәр, ҡартаялар, донъя ҡуялар – бында аптырарлыҡ нәмә юҡ. Йылдың-йылы ғүмер әкренләп уҙа тора. Шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда ауылдың иң осонда йәшәгән бер бабай һыуға сумған кеүек юҡ була ла ҡуя. Уны ҡайҙан эҙләргә лә белмәйҙәр. Шулай бер аҙна ваҡыт уҙып китә. Бына ғәжәп: ҡартының юҡҡа сығыуына аптырап алйып бөткән әбейе лә юҡҡа сыға.”Ҡайғыһынан йә һыуға батҡандыр,” - тип уйлай ауылдаштары. Ауыл эргәһенән генә ажғырып, таштан-ташҡа һикереп мул һыулы тау йылғаһы аҡҡан....

ИЛБӘК БАТЫР МАЖАРАЛАРЫ. ҺЫУ ҠАПЛАНЫ
ИЛБӘК БАТЫР МАЖАРАЛАРЫ. ҺЫУ ҠАПЛАНЫ

Борон-борон заманда тауҙар араһында бер ауыл булған. Ауыл ауыл инде, кешеләр йәшәйҙәр, ҡартаялар, донъя ҡуялар – бында аптырарлыҡ нәмә юҡ. Йылдың-йылы ғүмер әкренләп уҙа тора. Шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда ауылдың иң осонда йәшәгән бер бабай һыуға сумған кеүек юҡ була ла ҡуя. Уны ҡайҙан эҙләргә лә белмәйҙәр. Шулай бер аҙна ваҡыт уҙып китә. Бына ғәжәп: ҡартының юҡҡа сығыуына аптырап алйып бөткән әбейе лә юҡҡа сыға.”Ҡайғыһынан йә һыуға батҡандыр,” - тип уйлай ауылдаштары. Ауыл эргәһенән генә ажғырып, таштан-ташҡа һикереп мул һыулы тау йылғаһы аҡҡан.

Юҡ, халыҡҡа тыныс йәшәргә яҙмаған икән. Иң ситке өйҙән икенсе йәшәгән күп балалы ғаиләнән бер бала эҙһеҙ юғала. Кистән ишекте элеп, бөтәһе лә йоҡларға ята. Иртән өшөп уянып китһәләр, ишек шар асыҡ тора, ти. Ә иң бәләкәс ҡыҙҙары юҡ булған.

Эҙләү файҙа бирмәй. Ауыл кешеләре сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итә торған майҙанға йыйыла. Ни хәл итергә, нимә эшләргә? Юғалған кешеләр төнөн юҡҡа сыға бит. “Ҡара Ҡапланға хәбәр итергә”, - тигән фекергә киләләр.

Ҡара Ҡаплан бәһлеүән кәүҙәле, ут ҡарашлы ҡыйыу йәш егет була. Ул яҙ һайын бөтә ауылдың һарығын йыйып бейеккә, тау араларына үрләй. Ҡара көҙ етеп, ҡар күҙҙҙәре төшә башлағас, һарыҡтарҙы һимертеп, бәрәстәрен үҫтереп ҡайтып инә. Уны ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуғанда ғына саҡыртып алалар. Исеме лә Ҡара Ҡаплан түгел, ә Илбәк була. Ҡушамат тау ҡапланы төҫлө етеҙ һәм ҡыйыу булғаны өсөн, һарыҡтарға ташланған ҡапланды атып алғаны өсөн бирелгән, ти. Илбәкте алыштырыр өсөн өс егет тауҙарға китә.

Ә иртәгәһен уйнап торған ҡара атта бөркөт ҡарашлы һеләүһендәй егет үҙе ҡайтып төшә. Ҡарттар уға хәлде төшөндөрә һала.

Ауыл ситендә бейек текә ҡая һерәйеп тора икән. Илбәк төн һайын шуның башына менеп ауылды ҡарауылларға керешә. Өсөнсө төндө таң алдынан егеттең үлеп йоҡоһо килә башлай. Әҙме йоҡоһоҙ төн үткәреп, бындай хәл кисергәне булмай уның. Шулай ҙа түҙә. Бына бер мәл ҡаяларҙы яңғыратып шомло үкереү ауазы ишетелә. Йылғаның тәрән ятыуы уртаға ярылып китә һәм һыу эсенән ҡара төндән дә ҡара бер йәнлек килеп сыға. Был йыртҡыс иҫ киткес ҙур һыу ҡапланы, ти.

Бөтә донъя шып-шым була: ел дә иҫмәй, шишмәләр ҙә ағыуҙан туҡтаған төҫлө.

Йыртҡыс ҡая эргәһенән үтеп, ауыл осона етә лә ауыҙын имәнес итеп асып ебәрә. Ауыҙы оло мейес ауыҙы төҫлө киң, эсе ҡып-ҡыҙыл ут кеүек икән. Йыртҡыс ошо оло ауыҙ менән һауа һура башлай. Ауылдың осондағы бер өйҙөң ишеге асылып китеп, унан бер бала килеп сыға. Баланың күҙе йомоҡ. Ул шулай йоҡлаған килеш атлап килә лә ҡот осҡос йән эйәһенең ауыҙына барып инеп китә. Илбәк хатта тын алырға, асҡан ауыҙын ябырға ла өлгөрмәй ҡала. Ә йыртҡыс имәнес итеп тағы бер үкерә лә ҡабат даръяға ташланып юҡ була.

Шунда ғына егет иҫенә килә. Таш бағана кеүек ҡатҡан да ҡалған, бер нәмә лә эшләй алмай. Ҡуҙғалып китер әмәле лә юҡ, әйтерһең, бөтә тәне ойоған. Илбәк был йыртҡыстың бөтә тирә-йүндәге тәбиғәтте һәм йән эйәләрен арбап алыуын аңлай. Йыртҡыс һыуға сумғас, ҡоштар сутылдай, шишмә сылтырай, ел иҫә башлай. Егет көс-хәл менән ҡаянан төшөп, майҙанға килә һәм аҫып ҡуйылған ҙур тимергә һуға. Кешеләр уянып йүгереп килә.

- Йәмәғәт, кешеләрҙең ниҙән харап булғанын күрҙем, - ти ул. Шунан ниҙәр күргәнен, үҙенең ни хәлдә ҡалғанын һөйләп бирә. Халыҡ хайран ҡалып тын тора. Шулай бөтә ауылдары менән юҡҡа сығырҙармы икән?

Бер йөҙйәшәр әбей егет янына килә лә:

- Балам, быуындан-быуынға күсә килгән зөбәржәт ташымды бирәм. Был таш һәр төрлө сихырҙан һәм арбауҙан һаҡлай. Йыртҡыс менән осрашһаң, ҡатып ҡалмаҫһың, - ти.

Тимерселәр Илбәккә булат ҡылыс ҡойоп бирергә була. Был ҡылысты өс көн, өс төн сүкейҙәр. Ҡылыс ҡылды ҡырҡҡа ярырлыҡ үткер булған, ти. Егет һыбай менеп яңы ҡойолған ҡылысты сыныҡтырырға сығып китә.

Шулай мәшәҡәтләнә торғас, аҙна үтеп, йыртҡыстың сығыр төнө етә. Илбәк ҡая артына боҫоп, һыу ҡапланының сыҡҡанын көтә башлай. Бына тағы йөрәк өшөткөс үкереү ишетелә: ҡоштар тына, ел иҫмәй. Ә егет үҙенең уяу ҡалыуын һиҙә, тимәк зөбәржәт ташы үҙенең көсөн бирә.

Илбәк ҡылысын күтәреп ҡаплан ҡаршыһына йүгереп килеп сыға ла йыртҡысҡа ташлана. Ләкин ҡылыс саҡматашҡа һуҡҡан кеүек сыңлай ҙа “сурт” итеп һынып сыға.

Ләкин егеттең һуғыуы бушҡа китмәй. Йыртҡыстың әҙәмде тыны менән тартып килтерерлек көсө ҡалмай, даръяға кире сума.

Бөгөнгә бер кешене һаҡлай алды егет, ләкин был еңеү түгел. Иртә менән халыҡ тағы ла йыйыла. Аптырай торғас, шулай хәл итәләр. Бейек тау башында бер мәмерйә бар. Унда бер ҡасан да халыҡ араһына төшмәй торған аҡыл эйәһе бер ҡарт йәшәй. Уны ҡасандар ауыл халҡы бик ҡаты рәнйеткән, ти. Шуның өсөн бабай кешеләр араһына килмәй. Ә әҙәмдәр үҙҙәре баш эйеп барһа, үтенестәрен кире ҡаҡмай, ти. Илбәк ашығыс рәүештә шунда юл тоторға тейеш була.

Егет шул сәғәттә уҡ юлға сыға. Бейек-бейек тауҙар артылып, бабай йәшәгән мәмерйәгә килеп етә. Оҙон аҡ киндер күлдәк кейгән, тасай башлы, аҡ йөҙлө аҡһаҡал мәмерйә алдына сығып ҡаршы ала уны.

- Ниңә килгәнеңде беләм. Изге эш артынан йөрөйһөң. Ул эшеңде башларҙан алда, йәнә бер изгелек эшләп алырға тура килер. Бынан бер көнлөк юлда әбей менән бабай йәшәй. Улар бик ҡарт инде. Шуларҙың ҡыҙы бар. Ҡарттар үҙҙәре үлеп, ҡыҙ баланың яңғыҙ ҡалыуынан ҡурҡа. Һин юлың уңышлы булһын тиһәң, ошо ҡыҙҙы кәләш итеп алырға тейешһең. Ҡыҙ кеше бик һылыу булһа ла, телһеҙ. Һин тиҙ үк ошо ҡыҙҙы алырға кит. Ҡайтышлай миңә һуғылырһың.

Ни хәл итәһең, егеттең ике тапҡыр уйларға әмәле юҡ. Халыҡ өсөн билдәһеҙ ят ҡыҙға өйләнеү түгел, әллә нимә эшләрһең. Бер тәүлек уҙыуға матур аҡланға килеп сыға. Йәм-йәшел үләнлектә аҡ тирмә тора, йыраҡ түгел шишмә сылтырап ағып ята. Һыу эргәһендә буй еткән һылыу ҡыҙ һауыт-һабаларҙы ҡом менән ышҡып йыуа, эргәһендә бөҙрә йөнлө бәрәстәр һикерешеп уйнай, күгәрсендәр гөрләй. Илбәк атынан төшөп, ҡысҡырып сәләм бирә. Тирмәнән бабай килеп сыға.

- Әссәмәғәләйкүм, бабай. Мин илен серле яуыз көстән ҡурсалаусы Илбәк атлы егет буламын. Тик башта һинең ҡыҙыңды кәләшлеккә һорайым, - ти егет.

- Ҡыҙымдың ниндәй кәмселеге барлығын беләһеңме, егет?

- Беләм, бабай.

- Улай булһа, беҙ риза, бик ризабыҙ. Беҙ ҡарсығым менән бөгөн бар, иртәгә юҡ. Шуға бик ҡайғырып көн итә инек. Һин, улым, ҡарап тороуға бик тә яҡшы егет тойолаһың. Ҡыҙымды ризалыҡ менән бирәм, - ти бабай.

Тиҙ генә табын ҡороп, бабай никах уҡый. Бер нисә туҫтаҡ ҡымыҙ эскәс, Илбәк кәләше менән юлға йыйына. Әбей менән бабай илашып оҙатып ҡала.

Бер аҙ барғас, ҡыҙ күҙ сағылдырып йылмая ла:

- Мин бит һине көттөм, егет, - ти.

- Бәй, һине телһеҙ тинеләр ҙә баһа.

- Минең телем һине көткән, ә хәҙер бәйләп торған нәмәһе ысҡынып киткәндәй булды,- тип яуаплай ҡыҙ.

Улар аҡыл эйәһе ҡартҡа килеп етә.

- Батыр, тәүәккәл генә түгелһең, бик саф күңелле, йомшаҡ бәғерлеһең икән. Әгәр һин ҡара эсле булһаң, ҡыҙҙың теле асылмаҫ ине,- ти ул. – Был үҙенә күрә һынау ине. Ә хәҙер тыңла, егет. Һеҙҙең ауылығыҙға эйәләшкән зат үҙе суйын төҫлө ҡаты булһа ла, йомшаҡ бер ере булырға тейеш. Йылы ҡан менән туйына бит ул. Шулай булғас, уның эске ағзалары суйындан түгел. Ауыҙын асҡан саҡта ҡоралыңды уның тамағына тыҡ. Һау бул, улым. Уңыш юлдаш булһын.

Илбәк ашҡынып ауылына ҡайтып төшә. Кеше ашаусы әле ҡорбан алырға өлгөрмәгән була. Егет ҡайтыу менән тимерселәргә һөңгө сүкергә ҡуша. Үҙе оҙон ҡаты ағастан һап юна башлай. Ҡоралдар әҙер булыуға йыртҡыстың сығыр ваҡыты етә. Төн етеү менән егет ҡая ышығына һыйынып дошманын көтә башлай. Төн таңға ауышҡас, тирә-яҡты шомло үкереү тетрәтә. Үткән аҙнала ҡорбан алмаған йыртҡыс бигерәк асыулы, ти.

Бына Илбәк һөңгөһөн һуҙып алға ташлана. Йыртҡыс һаҫыҡ тынын бөркөп ебәрә. Түҙеп торғоһоҙ үләкһә еҫенә егет һуштан яҙа. Йыртҡыс асыуына сыҙай алмай, ҡойроғо менән һыуға һуға ла кире сума.

Сыхырлы көскә эйә булған һыу ҡапланы менән егет-ҡапландың көрәше шулай оҙаҡҡа һуҙыла. Ауыл өмөтһөҙлөккә бирелә башлай.

Илбәккә кәләше күҙ уйымдары ғына ҡалдырып битлек тегеп бирергә була. Киләһе осрашыуға егет битлеген кейеп китә. Йыртҡыс сығыу менән егеткә һаҫыҡ тынын бөркә башлай. Ә Илбәкте ҡалын битлеге һаҡлап ҡала. Йыртҡысҡа бер-ике аҙым ҡалғас, егет уның тамағына үткер һөңгөһөн батыра. Һыу ҡапланының ауыҙынан ут кеүек ҡайнар ҡан атылып сыға башлай. Ҡайнар ҡан ағымы егетте баштан-аяҡ ҡойондора. Ул бешеп ауа. Йыртҡыс та йығылып, тулап-тулап йән бирә.

Таң атыу менән кешеләр алыш булған урынға килә. Тәндәре өрөлөп бешкән, хушһыҙ ятҡан егетте һәм ҡот осҡос ҙур һыу ҡапланы мәйетен күрәләр. Шунан бөтә ҡатын-ҡыҙ заты йыйылышып тауға шифалы үләндәр йыйырға сығып китә. Ирҙәр һаҫыҡ еҫ бөркөп ятҡан яуыз йыртҡыс үләкһәһенә ут төртөп яндырып, көлөн күккә осора.

Ҡатындар үҙҙәре йыйып алып ҡайтҡан шифалы үләндәр менән егетте төрөп һалып ҡуялар. Үләндәрҙе бешереп тә эсерәләр. Бер ай дауалағандан һуң Илбәк һауыҡҡан, ти. Шәбәйеп алғас, тағы ла тауға үҙенең һарыҡтары янына китеп барған.

                                                                                                                                                                                     

                                                                                                                                                                                    Тәскирә ДАЯНОВА.

 

 

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: