+1 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
5 Сентябрь 2021, 16:16

батша менән вәзир

Байрам башланыуын хәбәр итергә яңы дөңгөрҙө ҡаға башлаһалар, тра-та-та-там, бум-бум, тиер урынға: “ Бөйөк батша кәбәк ашаған! Бөйөк батша кәбәк ашаған!!!” — тип ҡаға икән...

батша менән вәзир
батша менән вәзир
Борон-борон заманда бер батша йәшәгән, ти. Минең батшалығымда кешеләр нисек йәшәй икән, ҡарап йөрөп киләйем, тип атына атланған да сығып киткән.

Шулай итеп, ул бер ауылға барып еткән. Ауылдың ситендә ярлы ғына бер өйҙә әбей менән бабай бойҙай елгәрәләр икән. Кәбәге бер яҡҡа оса, бойҙайы ергә төшә икән. Йорт ҡуяны осҡан кәбәкте ашай, ти. Батша ҡарап-ҡарап торған да: “Ҡайҙа, мин дә ашап ҡарайым, бик тәмле, шикелле”, - тигән.

Ашап ҡараған да, йәнәшендәге вәзиренә: “Бер кемгә лә өндәшәһе булма!” – тип ҡаты итеп тыйып ҡуйған. Шулай итеп, улар батша һарайына ҡайтып киткәндәр. Әҙме-күпме ваҡыт үткән, вәзир батшаның кәбәк ашап ҡарауын берәйһенә һөйләгеһе килеп, теле ҡысыта икән. Тора-бара был сер күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡ кеүек тойола башлаған. Тик батшанан ныҡ ҡурҡа икән.
 
Уйлаған-уйлаған да, һыу буйына киткән. Унда балыҡсылар балыҡ тотҡан. “Һыуға һөйләрмен тигән инем, булманы инде”, - тигән дә зыяратҡа киткән. “Моғайын, унда береһе лә булмаҫ, хәбәремде ҡысҡырып һөйләрмен”, - тип уйлаған. Зыяратҡа барһа, унда ҡәбер ҡаҙыусылар йөрөй, ти.
 
Эх, булманы инде, тигән дә урманға киткән. Ҡара урманға барып етеп, бер кем дә юҡмы, тип ян-яғына ҡарап алған. Шул саҡ бер йыуан ағасты күргән. Ағастың эсе ҡыуыш булып сыҡҡан. “Бына хәҙер эсемде бушатам, бер кем дә күрмәй, ишетмәй, — тип ағастың ҡыуышына барған да, башын тығып: — Бөйөк батша кәбәк ашаны! Бөйөк батша кәбәк ашаны!!!” — тип ҡысҡырған. Шул мәлдә вәзирҙең күңеле булып, серҙе ағас ҡыуышына булһа ла ҡысҡырып әйтә алыуына ҡыуанып, ҡайтып киткән.

Ә был ваҡытта батшалыҡта ҙур байрам булырға тейеш була. Байрам башланыуын хәбәр итеүсе иң ҙур дөңгөр (барабан) ярылған икән, яңыһын эҙләп урмандан алып ҡайталар. Яңы дөңгөрҙө матур итеп биҙәп, байрамға әҙерләп ҡуялар. Байрам башланыуын хәбәр итергә яңы дөңгөрҙө ҡаға башлаһалар, тра-та-та-там, бум-бум, тиер урынға: “ Бөйөк батша кәбәк ашаған! Бөйөк батша кәбәк ашаған!!!” — тип ҡаға икән.

Был әкиәттең мәғәнәһе шунда — хәбәр ауыҙыңдан сыҡһа, бар донъя белер. Йәки, утыҙ ике тешеңдән сыҡһа, утыҙ ике кеше белер, тиҙәр.
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: