+12 °С
Ясно
VK
Әкиәт иленә сәйәхәт
15 Августа 2021, 16:14

Ниңә бесәй ашап туйғас йыуына?

* * *  Оҙон каникулдар үтеп китеп бара. Мәктәпкә әҙерленергә, уҡырға, ҡабатлау таблицаһын иҫкә төшөрөп нығытырға  һ.б., һ.б. ... Әйҙәгеҙ, бөгөндән әҙерлекте башлайбыҙ. Был әкиәтте өлкәндәрҙән түгел, ә үҙегеҙ уҡығыҙ! Һуңынан ҡусты-һеңлеләрегеҙгә һөйләгеҙ! Мәктәпкә барғас, уҡытыусығыҙ тырышлығығыҙҙы күреп баһаламай  ҡалмаҫ. Уңыштар! Ә иртәгә һеҙҙе икенсе эш көтә...  

Ниңә бесәй ашап туйғас йыуына?Ниңә бесәй ашап туйғас йыуына?
Ниңә бесәй ашап туйғас йыуына?

 

(Литва халыҡ әкиәте.)
 
Бер саҡ турғай ишек алдына осоп төшә лә бойҙай сүпләй башлай. Ә хужаның бесәйенә шул ғына кәрәк. Ҡошсоҡто эләктереп тә ала.
- Һине ашаһам килешер ине! - ти.
- Һеҙ нимә, пан бесәй! Мине ашарға итәһегеҙме? - тип сырылдай турғай.
- Ашамай, ҡарап ултырып булмай бит инде! - тип мырылдай бесәй.
- Пан бесәй! Туҡтағыҙ! Ашар алдынан йыуынығыҙ! - ти ҡошҡай.
- Ысынлап та! - ти бесәй. Моронон һөртөр өсөн тәпәйен күтәрә. Ҡош осоп та китә.
- Юҡ, башҡаса алдай алмаҫһың! - тип мыяулай бесәй. - Инде ашағас ҡына йыуынам!
Шунан бирле бесәйҙәр ашап туйғас ҡына йыуына икән.
 
 
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас