+1 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар

ЙОНДОҘҠАЙ

 Ҡар болото балаларын киҫәтте:— Әле ергә төшөргә иртәрәк. Ҡыш бабай килмәҫтән элек төшһәгеҙ, иреп бөтөрһөгөҙ.

ЙОНДОҘҠАЙ
ЙОНДОҘҠАЙ

Тик ҡар бөртөктәре, әсәйҙәрен тыңламай, күмәкләшеп дәррәү аҫҡа һикерҙе. Эшһеҙ йөрөгән ел малайы, әле уңға, әле һулға тынын өрөп, еңел елбәҙәктәрҙе уйнатырға тотондо. Шаянҡайҙар үҙҙәре лә ергә төшөргә ашыҡманы, һауала бейеүе ҡыҙыҡ тойолғандыр, күрәһең. Етмәһә, уларҙы ҡотлап, аҫта ҡыҙыҡайҙар, малайҙар сәпәкәй итә ине:
— Ур-ра, ур-ра, ҡар яуа, ҡар яуа!
Ҡар бөртөктәре, ана шулай бейей-бейей, ағастарға, ҡоймаларға, кешеләрҙең сәстәренә һарылды. Бөтә донъя ап-аҡ булды. Ә бер балҡып торғаны, семәрлеһе зәңгәр күҙле кескәй ҡыҙҙың усына килеп ултырмаһынмы!
Ҡыҙыҡай уны яратып «Йондоҙҡай» тип атаны. Ярай әле, Йондоҙҡайҙы шунда уҡ теге ел малайы осороп алып та китте. Юҡһа, иреп тамсыға ла әйләнеп ҡуйыр ине.
Етеҙ ел уны өйрөлдөрөп баҡса уртаһындағы бер ҡупшыҡай шыршы ылыҫына илтеп ултыртты. Йондоҙҡайҙан күрмәксе, бүтән ҡар бөртөктәре лә осоп килде унда. Аҡ мамыҡ шәл бөркәнгәс, бигерәк тә һылыу булып китте йәшел елән кейгән шыршыҡай. Шул мәлдә генә болоттар араһынан килеп сыҡҡан ҡояшҡа ҡарап, Йондоҙҡай күҙ ҡыҫты, башҡа ҡар бөртөктәре лә емелдәште. Малайҙарҙың тәүге ҡарҙан яһаған Ҡар ҡыҙы ла йылмайып баҫып тора ине. Улар сағыу ҡояш нуры аҫтында иреп тә бөтөрҙәр ине. Был юлы әсәйҙәре — Ҡар болото ҡотҡарҙы. Ул ҡабаланып Ер менән күк араһына килеп инде лә күкһел ҡанаттарын йәйеп ебәрҙе!

 

автор Х.Шафиҡова

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: