+15 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Валсыҡ

Борон заманда бер бай йәшәгән...

Валсыҡ
 
 Ат менән китеп барғанда икмәк ашаған. Бер валсығын ергә төшөрөп ебәргән. Быны аҡһаҡалдар күреп, байға асыуланғандар.
- Икмәк - байлыҡ. Һин уны ерҙән алманың. Гонаһың бик ҙур, - тигәндәр ололар.
- Ә миңә нимә эшләргә? - тип һораған бай.
- Бына ошо ерҙе һөр, күп итеп иген сәс, бөтә кешегә лә етһен, - тигәндәр аҡһаҡалдар. Бер валсыҡтың хаҡы бына ниндәй икән!
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина