+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар

Сиңерткәләр ни өсөн йәшел төҫтә? Зөһрә Бәшәрова

Борон-борон заманда сиңерткәнең күлдәге һоро булған, ти. Йәшел болонда ул әллә ҡайҙан танылып торған. Ул, гелән үлән-сәскәләр төбөндә йәшенеп, шым ғына сырылдап йоҡлаған...

Сиңерткәләр ни өсөн йәшел төҫтә? Зөһрә Бәшәрова
Сиңерткәләр ни өсөн йәшел төҫтә? Зөһрә Бәшәрова

Ә бөжәктәр туҡтауһыҙ сабауыллап, мәж килгән. Иң ҡыйыуы - йылғыр кеҫәрткеләр. Малай-шалай баҫтырһа: "Мә, тот ҡойроғомдан!" - тип, ырғыта ла китә. Күп тә үтмәй, яңы ҡойроҡ үҫеп сыға. Сиңерткә хушбый бөрккән төрлө сәскәләрҙең еҫен еҫкәп-иҫнәп, үлән-сәңгелдәгендә бәүелә.

Шул саҡ йоҡо төйөлгән күҙҙәренә кемдер салынды. Еләк тирәләр. Шул яҡҡа табан осто. Әсәһе эре һутлы еләктәрҙе сүпләй. Малайы ҡайҙа һуң? Уның иң матур күбәләген баҫтыра түгелме? "Тотам, тотам!" - тип йүгерә торғас, биҙәкле ҡыҙыл күлдәк кейгәнен эләктерҙе. Сиңерткәнең: "Ебәр!" тип ҡысҡырғыһы килә. Уларҙың телен аңламай шул! Уныһы бөжәктең һыңар ҡанатынан тотоп күтәрҙе лә бахырҡайҙы ергә ташланы. Етмәһә, яралы күбәләкте ҡотҡарырға йүгергән кеҫәрткенең ҡойроғона баҫты. Ярай, ул ҡасып ҡотолдо. Сиңерткә "Сыррр! Сырр!" тип сырылдыҡ ҡайсыһын үткерләне лә, дуҫын ҡотҡарырға тип, малайға осто. "Кәрәгеңә бирәм!" - тип, күлдәге аҫтына инеп, уны ҡырҡҡысларға тотондо. Йүнһеҙ:"Әсәй!" тип ҡысҡырып, болон буйлап сабауылларға тотонмаһынмы? Шул кәрәк һиңә! Сиңерткә тиҙ арала кейеме араһынан сығып ҡасырға өлгөрҙө. Их, тәртипһеҙ малай?!

  Тиктормаҫ малай бер ҙә еләк йыймай, ерҙә түбәтәйгә оҡшаған нимәнелер күреп ҡалды. "Әсәй! Был нимә?" - тип ҡысҡырҙы. "Иңкеш ояһы. Ул һиңә бал йыйған, ҡолоҡайым", - тине лә малайына кәрәҙен алып тотторҙо. "Тәмле! Тағы ла бармы?" - тип уныһы эҙләнергә тотондо. "Эй, йүнһеҙ! Өф! Тиҙерәк ҡайтһалар ярар ине!" - тип сырылданы сырҡылдыҡ. Сырҡылдыҡ, уны ҡурҡытып, туҡтауһыҙ сырылдап ҡараны. Улар ары китте. Шунда ғына ул үлән төбөнә ял итергә төштө. Кемдер илай түгелме? Ишетелер-ишетелмәҫ кенә тауышы, кемделер ярҙамға саҡыра. Уны эҙләп осто.

  Кеҫәртке үтеп бара. Ул яралы күбәләкте арҡаһына һалған. "Ҡойроғоңдо ташлап ҡасҡайның", - тип аптыраны ул. "Борсолма, сиңерткә. Тиҙ арала үҫеп сыға ул", - тине. Юл ситендәге япраҡ: "Миңә урағыҙ", - тине борсолоп. Кеҫәртке: "Әйҙә, тегенсе үрмәксене саҡырайыҡ", - тип, уны ла йүгертеп алып килде. Уныһы: "Ебәк ебем бар, тик энәм юҡ шул", - тигән. Сиңерткә терпегә осто. Терпеш, балаһының әле генә үҫеп сыҡҡан, ҡылдан нәҙек энәһен бирҙе. Үрмәксе: "Минең генә ебем уның энәһенең күҙәүенән үтә ала", - тип, эш ҡоралын һабаҡланы ла, бер йөйһөҙ яраһын тегеп тә ҡуйҙы. Улар хәлдән тайҙылар. Осҡалаҡ ярҙамға килде: "Үтә ҡатмарлы операция. Бал һөртөргә кәрәк", - тип, иңкешкә сапты. Иңкеш осоп килде һәм тегелгән урынға балын һөрттө лә дуҫтарын да һыйланы. Яра шунда уҡ йүнәлде. Күбәләк, уңалған ҡанаттарын елпеп, уларға рәхмәт әйтте. Шул ваҡытта мөғжизә тыуҙы.

  Сиңерткә ҡыуанысынан сырҡылдап көлдө һәм йәшел үләндә йоҡларға ятты. Үлән уны  йылы юрғанына төрөп, сәңгелдәгендә бәүетте һәм изге йәнгә уның төҫө күсте.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: